Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указдары менән ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән юғары профессионализм һәм ҡыйыулыҡ өсөн «Ред Вингс» авиакомпанияһының Ту-204 һауа судноһы экипажына Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.
Атап әйткәндә, һауа судноһы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Өлкән бортпроводник Ларита Мурадова, бортпроводниктар Евгения Егошина, Пётр Михайлов һәм Руслан Тимербаев Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталарына лайыҡ булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 августа «Ред Вингс» авиакомпанияһының «Өфө – Сочи» маршруты буйынса осҡан Ту-204 самолёты һул двигателенең янып китеүе сәбәпле Өфө аэропортына төшөргә мәжбүр булды. Һауа судноһы экипажының профессиональ һәм аныҡ эш итеүе һөҙөмтәһендә борттағы 200-ҙән ашыу пассажирҙың ғүмере һаҡлап ҡалынды. Ҡорбандар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.