Баҫһа икән ваҡыт ҡайғыны…31.08.2018
Тормошомдоң рухи бағаналарының иң нығы, эскерһеҙе, донъяла булғаным-йәшәгәнем өсөн генә лә ҡыуанған оло терәгем ҡоланы: бар ғүмерен Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында үткәргән ҡәҙерле инәйем Сәмғиә Фәхретдин ҡыҙы Вәлишина яҡты донъяны ҡалдырҙы.
Ҡапыл аяҡтан йығылған яҡыныбыҙға ярҙам итергә тырышҡан табиптар ҙа, һәр береһе йөрәген һурып бирерҙәй булып эргәһендә баҫып торған беҙ – балалары ла аяуһыҙ сир һәм ваҡыт алдында көсһөҙ инек.
Алты йыл элек баҡыйлыҡҡа киткән атайыбыҙҙы – Рәфҡәт Фазыл улын юғалтыу ҡайғыһын инәйебеҙ өндәшмәй бер үҙе күтәргән икән, бөгөн килеп шуны аңланым. Беҙ уға күңел баҫтыҡ, йыуандыҡ, шуға юғалтыуҙы еңелерәк үткәрҙек. Ә 60 йылға яҡын бергә йәшәгән ғүмер юлдашһыҙ ҡалыу ауырлығын ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәп була?! Юҡҡа ғына йөрәге ҡанһырап йығылманы бит ул. Әле бына олоғайып бөтһәк тә, етемһерәнек, юғалып ҡалдыҡ…
Гел эргәбеҙҙә булыр кеүек ине ғәзизебеҙ. Был донъя үкенесһеҙ булмай, тигәндәре лә дөп-дөрөҫ икән. “Күтәреп кенә йөрөттөгөҙ, рәхмәт, балаҡайҙарым”, – тип ризалығын биреп китһә лә, нимәнелер әйтеп, эшләп еткермәгән кеүек уйҙар барыбер күңелде әрнетә, тынғыһыҙлай…
Ошо ауыр көндәрҙә ал-ял белмәгән, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, гел тиерлек инәйемдең эргәһендә булған туғандарыма, кейәү-килендәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр берегеҙ инәйем менән атайыма ҡәҙер-хөрмәт күрһәттегеҙ, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ, лайыҡлы йәшәнегеҙ. Артабан да шулай булһын.
Ауырығанда килеп хәлен белгән, һуңынан ҡайғы уртаҡлашҡан, ярҙам итешкән ауылдаштарыма рәхмәт: халыҡтың ошондай бер-береһенә ярҙамсыллығы, изгелекле булыуы һәр ваҡыт һаҡланһын. Дуҫтарыма, әхирәттәремә, хеҙмәттәштәремә йылы һүҙҙәре, ихлас ярҙамдары өсөн дә рәхмәт. Хоҙай береһен дә миһырбанлығынан, ҡөҙрәтенән айырмаһын, барыбыҙға ла именлектә-һаулыҡта тыныс, бәхетле йәшәргә яҙһын.