Иртәгә – Белем көнө. Ошо уңайҙан ғилемгә, һөнәр өйрәнеүгә бәйле ҡайһы бер аят-хәҙистәрҙе, хикмәттәрҙе, нәсихәттәрҙе йәнә бер ҡат иҫкә төшөрәйек.
* “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!”
* “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрән”.
* Берәй кеше ғилем өйрәнеү юлына аяҡ баҫһа, Аллаһ Тәғәлә уға йәннәткә кереү юлдарын еңеләйтер.
* Матур яҙыу – ғилемдең яртыһы.
* Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға уҡытыусы булараҡ бөтөн ғилемде өйрәткән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды инде? – тигән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Ул уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмаһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” Яуап иһә шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ: мин уға ғилем бирҙем”.
* Атай кеше улын баҫыуға алып сыҡҡан. Унда арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап ғорур үҫеп ултыра икән.
“Атай, был ни хикмәт? – тип ғәжәпләнгән малай. – Ниңә улар бер төрлө түгел?” Атаһы иһә шулай яуаплаған: “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым. Башағы буш булғанлыҡтан шулай улар. Ә башын эйгәндәрҙең эсе тулы ем. Әҙәм балалары ла шулай: буш аҡыллы, тәкәбберҙәр танау сөйөп йөрөй, ә эсе тулы “ем” булғандар – белемлеләр – баҫалҡы, түбәнселекле хәлдә ҡала”.