Берҙәмлектә – бәрәкәт31.08.2018
Түбәнге Әрмет халҡының татыулыҡ нигеҙе ниҙә?
...Һуңғы ҡалайҙы беркетергә генә ҡалған. Ришат Мансуров менән Фәнис Шаһиев ерҙә тимер табаҡты тигеҙләп киҫә, ә ҡулдарында шөрөп һәм борғос әҙерләп торған Илшат Шаһиев менән Рауил Әбдрәхимов уны кәрниз буйына ҡуйырға әҙер. Эштең ҡыҙған сағы. Тағы бер ынтылыш, һәм мәсет тыштан балҡып торасаҡ!
Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнгән мәлдә шаһит булдыҡ был күренешкә. Изге байрамды шундай күркәм ғәмәл менән ҡаршы алды Түбәнге Әрмет ауылы егеттәре.
Мәғлүм ки, фани донъяла һәр кем үҙе артынан матур эҙ ҡалдырып китергә бурыслы – Ҡөрьән шулай өйрәтә.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, ауылыбыҙ халҡы Ислам ҡанундарын үтәргә тырыша, – ти ҡәнәғәтлек менән диндар Зиннур Ҡунафин. – Иманлылыҡ – ата-бабабыҙҙан күсә килгән оло ҡиммәт. Күңелдәрҙәге ошо тойғо бөгөн бөтөн быуын вәкилдәрен берләштерә, төйәгебеҙҙең, нигеҙҙәрҙең ҡот-ырыҫын һаҡлай. Ауылыбыҙҙа мәсеткә йөрөүсе күп, йәштәрҙең хаҡ юлға баҫырға ынтылыуы айырыуса һөйөнөслө. Иман йортон төҙөкләндереүгә, яңыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Мәҫәлән, Ғаяз Ғибәҙуллин, Ришат Гәрәев, ирле-ҡатынлы Рәмзиә менән Ильяс Ғәлиуллиндар, Франгизә Камалова, ағалы-ҡустылы Рәмил һәм Радик Ширғәлиевтәр, әсәле-ҡыҙлы Ғәйшә менән Луиза Сафиуллиналар һ.б. Кем нисек булдыра ала – шулай ярҙам итте.
Түбәнге Әрметтә мәсет һалыу эше туғыҙ йыл элек башлана. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп бинаһына күсерелгәс, буш ҡалған урынды халыҡ иман йорто итеп үҙгәртергә ҡарар ҡыла. Йылдар дауамында ремонт яһала, тейешенсә яңыртып ҡороу эштәре алып барыла. Былтыр иһә халыҡ мәсетте киңәйтергә кәрәк тигән фекергә килә. Ни өсөн тигәндә, намаҙ ваҡытында, дини байрамдарҙа, кеше күбәйгәнлектән, тығыҙ була башлай. Һөҙөмтәлә, күп тә үтмәй, ир-егеттәр иман йортона төкәтмә эшләй. Быйыл дөйөм ҡыйыҡ ябып, тыштан матурлап ҡуялар. Хәҙер эске мәшәҡәттәр генә ҡалған. Әйтеүҙәренсә, яңыртыу эшенә, башлыса материал алыуға, йөҙ мең һумдан ашыу аҡса киткән. Изге ниәткә йүнәлтелгән ярҙамдың бәрәкәте, һис шикһеҙ, мәрхәмәтле, йомарт әҙәм балаларына йөҙләтә әйләнеп ҡайтыр. Динебеҙ хаҡына ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, ҡул көсөн йәлләмәгән ир-егет тыуған төйәгенә күпме ырыҫ килтерә!
Берҙәм, татыу Түбәнге Әрмет халҡы. Дөйөм көс менән ауылда байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһын оҫта файҙаланып, спорт һәм балалар уйын майҙансығы ҡорғандар, мәктәптең спорт залы ремонтланған, “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, зыярат ҡалай тимер менән кәртәләнгән... Берҙәмлектә – бәрәкәт: ауыл йылдан-йыл күркәмләнә, үҙ эшен асҡандар байтаҡ, тырышып донъя көткәндәр араһында йәш ғаиләләр күп.
Ғөмүмән, ауыл халҡы дин ҡанундарын үтәүҙә лә, башҡа йәһәттән дә татыулыҡ, тырышлыҡ күрһәтеп йәшәй. Бындай тәрбиә өлгөһөндә, иншаллаһ, киләсәктә лә иман йорто буш тормаҫ, хаҡ юлға баҫҡандар тағы ла артыр. Ғәйеткә йыйылған халыҡтың күплеген күргәс, ошо ышанысыбыҙ тағы ла нығынды. Байрам хөтбәһенән һуң ихатала ҡорбан ашынан, күстәнәстән мул табын ҡоролдо. Ғәйеткә килгәндәр араһында өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә күплеген күреп, күңел һөйөндө.