Кәмәлек буйҙарында ҡунаҡта31.08.2018
Һарытау башҡорттары хаҡында һөйләгән һайын һөйләге килә...

“Функционально-структуральный метод П.Г. Богатырева в современных исследованиях фольклора” тип аталған ҡалын ғилми йыйынтыҡта А. Хәкимйәнованың “Хәҙерге заман шарттарында башҡорт лирик йырҙарын башҡарыу йолаһы” тигән мәҡәләһендә башҡорт халыҡ йырҙарына ҡағылышлы юлдарға юлыҡтым:
Кәмәлекәй буйы бигерәк йәмле,
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.
Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫ-иш кәрәк
Ҡаршы сығып атың бәйләргә...

Тәүге тапҡыр был йыр фольклорсылар тарафынан 1960 йылда Һарытау өлкәһендә яҙып алынған. Уны Башҡортостандың һәр төбәгендә башҡорттар үҙенсә йырлай. Ағиҙел буйында ултырғандар – Ағиҙелде, Һаҡмар буйындағылар – Һаҡмарҙы, Маҡан буйында йәшәгәндәр Маҡанды данлап башҡара. Һәр хәлдә, тәүҙә был йыр тап Кәмәлек буйы башҡорттарында тыуған. Һарытау өлкәһенә сәфәргә йыйынғас, тап ошоно иҫкә төшөрҙөм.

Кәмәлекәй буйы бигерәк йәмле

Донъяның ҡайһы төбәгендә генә йәшәмәй милләттәштәребеҙ, шуға күрә уларҙың, нисек көн итеүенә ҡарамаҫтан, милли асылын һаҡлауына берсә ғәжәпләнәһең, берсә һоҡланаһың. Эстония, Швеция ерҙәрендә Европа баш­ҡорттарын күрҙек, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан төбәгендә Азия ҡитғаһында йәшәгәндәр менән таныштыҡ. Ә бына Рәсәй территорияһында ултырған Һарытау башҡорттары менән үҙ ерендә осрашҡан юҡ ине. Өфөнән юл әллә ни йыраҡ булмаһа ла, яҡын да түгел. Мәркәздән алыҫта, хатта Башҡортостанға бер нисә өлкә аша ята улар беҙгә. Төнгө сәғәт 2-се яртыларға саҡ барып индек. Әммә йәнә таң ҡалдырып, әйтерһең, бына беҙҙе генә ғүмер буйы көткән кеүек, апайҙар һыйлы өҫтәл менән ҡаршы алды. Быны айырым асыҡ итеп яҙыуым шуның өсөн, сөнки ҡунаҡ ҡаршылау, ҡунаҡҡа булған яҡты, игелекле мөнәсәбәт – халҡыбыҙҙың милли һыҙаты. Барыһы ла шундай икән, тип уйламайҙыр хәҙер донъя гиҙеп йәшәгән, сәйәхәт иткән башҡорттар. Ә бына был һыҙат беҙҙә һаҡланған һәм бөгөн дә быуындан быуынға тапшырыла килә. Һарытау башҡорттарына Татарстан, Һамар өлкәләре аша үтеп барҙыҡ, шуға уларҙа киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ һаҡланмаһа, һис ғәжәпләнмәҫ инем, әммә ҡара төндә айҙай йылмайып торған апайҙарҙы күреп, беҙ инде ҡояштай балҡыныҡ!

Даһи Лев Толстойҙың Һарытау башҡорттарына килеп йөрөүе хаҡында күптәребеҙ белә. “Много ли человеку земли надо”, “Ильяс” кеүек әҫәрҙәре лә тап Һарытау башҡорттары менән танышып ҡайтҡас яҙыла. Тәүге тапҡыр 1862 йылда килә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уға һауа дауаһы менән ҡымыҙ эсеү кәңәш ителә. Ә инде урындағы халыҡты күргәс, ул башҡорттарҙың ихласлығына, бер ҡатлылығына таң ҡалып, ҡатынына хат яҙа. Яҙыусы башҡорттар менән төрлө милли уйындарҙа ҡатнаша, көрәшә. Уның бәһлеүән кәүҙәһенә ҡаршы алышҡа сыҡҡан башҡорт егете табыла. Икеһе лә бил бирмәй. Әҙип төбәктә ат сабыштары ойоштора. Тағы ла ике тиҫтә йыл ул башҡорттарға килеүен дауам итә һәм йәнә лә ҡатынына: “Кәмәлек буйы башҡорт­тары мине таныны”, – тип яҙа икенсе тапҡыр килгәнендә. Сираттағы бер хатында ул былай ти: “Бөтәһе лә яңы һәм ҡыҙыҡлы: Геродот еҫе аңҡыған баш­ҡорттар ҙа, урыҫ ирҙәре лә, ауылдар ҙа, бигерәк тә халыҡтың ябайлығы һәм йомартлығы күңелде арбай”. (1871 йыл, 18 июнь, Һамар өлкәһе).

Беҙ ҙә ана шундай йомарт, киң күңелле милләттәшебеҙ Римма Биктимерованың тыуған йортона, тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Милли дәүләт архивының бүлек начальнигы, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Сәйҙә Ильясова, ҡурайсы, бейеүсе Айназ Низаметдинов, Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлитҡолов, ҡобайырсы, сәсәндәр ижадын тергеҙеүсе Фәниә Фәйзуллина, думбырасы Данир Мәсәлимов, яҙыусы, йырсы, ҡурайсы Рәйлә Сабитова, уның ҡыҙы Ҡарлуғас Йәрмиева, күмәкләп барып индек.

Таң атмаҫ борон беҙҙе Айназдың намаҙға саҡырған моңло тауышы уятты. Аҙ ғына йоҡланһа ла, нисектер йоҡо туйған, ял ителгән тойғо менән уяндыҡ. Ошондай уҡ сихәтлек хисе миндә Хәйбулла ерендә булғайны. Ана шул ҡылғандар өҫтөндә бәүелеп, тәбиғәт ҡосағында ял иткән кеүекһең был ерҙә. Белмәй килмәгән инде Лев Толстой Геродот еҫе килгән башҡорттар янына. Бында, әйтерһең, барыһы ла һәүетемсә генә, Аллаһ биргәненә риза булып йәшәй. Бер кем бер ҡайҙа ашыҡмай, әммә ниәтләгәнен эшләп өлгөрә, ығы-зығы юҡ, сәсрәп сығып хәбәр һөйләшкән кеше күренмәй, һүҙ талғын ғына йылға кеүек ағыла. Йылға тигәндән, иртә менән Кәмәлекте арҡырыға кискәндә таҙалығына, сафлығына, мул һыулы булыуына таң ҡалдым! Беҙҙә бындай йылғалар ҡалдымы икән? Еҙем таҙа, әммә улай уҡ мул һыулы түгел, Юшатыр аша күренеп ята, йомшаҡ, әммә һыуы аҙ, Йүрүҙән дә башҡа хәҙер, Сөн дә кәмегән, Инйәр саф, һалҡын, тик һыуы улай уҡ ярҙарына тулып аҡмай (яҙын ташҡанын иҫәпләмәгәндә).

Интернет селтәренә сәфәрҙән ҡайтып етеү менән фотоларҙы ҡуйҙым һәм байтаҡ халыҡ: “Был йылға ҡайҙа ул? Нисек улай ярҙарына тулып ағып ята ул?” – тип ҡыҙыҡһынды. Йылғаһы менән бергә шәхсән мине башҡортса һөйләшеп, дала киңлегендә үҙ асылын һаҡлап йәшәп ятҡан милләттәштәрем һоҡландырҙы. Эйе, уларҙа ла проблемалар юҡ түгел, бар, был хаҡта ла һөйләшербеҙ. Ә хәҙер Мәҡсүт ауылы байрамына юлланайыҡ!

Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары тарихынан

Мәҡсүт (Бишул) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Рахмановка ауыл биләмәһенә ҡарай. Тәүге тапҡыр 1797 йылда телгә алына. Табын улысына ҡараған. 1834 йылда — 165, ә 1910 йылда 656 кеше йәшәүе теркәлгән. 2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 121 кеше йәшәгән.

Һарытауҙа тағы ла башҡорт ауылдары бер нисәү. Һарытау губернаһының Күҙәбай ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улысынан (7-се кантон) сыҡҡан башҡорттар тарафынан төҙөлгән, XIX быуаттың 20-се йылдарынан ошо өйәҙҙең үҙәге булып китә. Байғондо ауылына 1811 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ улысынан күсеп килеүселәр, Күсембәт, Ишембай ауылдарына 1815 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Табын улысынан сығыусылар нигеҙ һалған. Ҡунаҡбай ауылы XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусылар – Үрге Урал өйәҙе Ырымбур губернаһының Ҡунаҡбай ауылы башҡорттары.

Бәғәнәш (Бобровый Гай) ауылына нигеҙ һалыусылар Стәрлетамаҡ өйәҙенең 7-се кантонынан Бәғәнәш — Әбүкән ауылы кешеләре — Мең ырыуы.
Бәлки, шуға ла бында һүҙҙәрендә, телмәрҙәрендә “ҫ” өнө һаҡланып ҡалғандыр. Мәҫәлән, беҙҙең яҡта, атап әйткәндә, Дәүләкән районында “исем” һүҙен “иҫем” тип әйтәләр. Бында ла ошоно телмәрҙәрендә ишетеп ҡалдым. “Күлдәк”те лә “күлмәк” тиҙәр. Бер ҡараһаң, Һарытау ҡайҙа ята ла Мең ырыуы вәкилдәре ҡайҙа йәшәй. Әммә ана шул телдәге үҙен­сәлектәр ырыу, диалект, шәжәрә хаҡында мәғлүмәт биреп тора.

Мәҡсүт ауылына нигеҙ һалыусылар Табын улысына ҡараған, әммә ошо ауылда һаҡланған башҡорт шәжәрәһе Бөрйән ырыуыныҡы икәне билдәләнгән. Әптекәй, Байыш, Баймырҙа, Буранбай, Бәхтигәрәй, Кәрешкә, Кинйәбулат, Мәмбәт, Йомаш, Ярат, Йәрмөхәммәт ауылдары баш­ҡорттары — Бөрйән ырыуы ямаш араһы. Һәҙиә Дәүләтшина ошо ырыу вәкиле, тип иҫбат ителә.

Был төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың ырыу-тоҡом структураһын өйрәнеү XVIII быуат аҙағында – XIX быуат башында башҡорт ауылдарында төрлө ырыу-тоҡом төркөмдәре йәшәүен раҫлай: бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргән, юрматы, ҡатай, мең, түңгәүер, тамъян. Волга аръяғы дала башҡорттары сығышы менән генә түгел, этнонимдары менән дә айырыла. Был этнонимдар исламға тиклемге ышаныуҙар менән бәйле: айыу, кәзә, мышы һәм башҡалар, икенсе яҡтан, башҡа халыҡтар менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙан барлыҡҡа килгән ҡалмаҡ, нуғай аралары ла бар.

Волга аръяғы дала территорияһы тарихи Башҡортостандың көнсығыш сиге булып тора. Ата-бабаларынан айырылыу бында йәшәгән башҡорттарҙың этник йөҙөн үҙгәртмәгән. Был төркөмдө тарихи әҙәбиәттә Ырғыҙ-Кәмәлек (Волга буйы, көньяҡ-көнсығыш) башҡорттары тип йөрөтәләр. Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары төркөмө – бик ҡатмарлы тарихи юл үткән халыҡ. Үҙ тарихында күп мәртәбә күсенергә мәжбүр булған, быуаттар аша үҙ еренә тоғро ҡалып, әлеге көндә лә үҙ йөҙөн юғалтмай йәшәп ятҡан төркөм.

Башҡорт этносы бик ҙур территорияны — Тобол йылғаһынан Волга йылғаһына тиклем араны биләгән. Һарытау һәм Һамар башҡорттарының туғанлыҡ ептәре, ырыуҙары, ата-бабалары Башҡортостан­дың көньяҡ-көнсығышына тоташа. Башҡорт халҡының иң ҡеүәтле, күп һанлы һәм көслө ырыуҙарының береһе һаналған бөрйәндәр Ағиҙелдең үрге ағымынан башлап Яйыҡ, Оло Эйек, Кесе Эйек, Юшатыр, Дим, Туҡ, Оло Уран, Кесе Уран йылғалары буйында ғүмер иткән, Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек йылғаларына тиклем барып еткән.

Башҡорттарға Һарытау, Һамар далалары борондан билдәле булыуы тураһында күп һанлы географик атамалар һөйләй. Юл буйынан китеп ултырабыҙ, топонимик атамаларҙың 90 проценты – беҙҙең төрки һүҙҙәр, йәғни башҡорт атамалары.

Грамоталар ошо ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттарға урыҫ батшалары тарафынан бүләк ителгән. XVI быуаттың ур­таһында — XVII быуаттың беренсе яр­тыһында Һамар һәм Кинель йылғаларынан төньяҡҡа башҡорттарҙың йәйләүҙәре, һунарсылыҡ биләмәләре барлығын тыуған яҡты өйрәнеүсе урыҫ белгестәре раҫлай. Тарихсы В. Витевский башҡорттарҙың Оло Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек йылғалары буйҙарын үҙ итеү сәбәптәрен уларҙың иркенлек һәм иреклек яратыуынан килә тип һанай:

“… Бында күсмәндәр өсөн бигерәк тә ҡәҙерле булған йылғалар ҙа, күлдәр ҙә, һутлы үләнле бик шәп аҡландар ҙа һәм мал өсөн тоҙло тупраҡ та етерлек. Икенсе яҡтан, башҡорттарҙы был төбәк урыҫ власы үҙәгенән алыҫ булыуы менән дә ылыҡтырған һәм башҡорттарға тап улар өсөн ҡәҙерле булған үҙҙәренсә, ирекле рәүештә йәшәргә мөмкинлек биргән...”

1832 йылғы Ер законына ярашлы, Волга буйы башҡорттарына ла, башҡа губерналар аҫаба башҡорттары менән бер рәттән, һәр ир башына 40 дисәтинә ер бүленеүе (2996 йән башына 119 840 дисәтинә) – был территорияларҙа йәшәгән башҡорт­тарҙы аҫаба халыҡ тип таныуҙарына ныҡлы дәлил. Бынан тыш, халыҡтың алдағы үҫешен ҡайғыртып, 40 мең дисәтинә ер бирелгән. Шул уҡ ваҡытта хәрби припущенниктар — 30, башҡа граждандар 15 дисәтинә алған.

Былар барыһы ла тарихтан, әммә улар хаҡында бөгөн дә иҫкә төшөрөп, яҙып китмәү яҙыҡ булыр ине. Рәсәй Федера­цияһы биләмәһендә йәшәһәләр ҙә, был урындар – Һарытау башҡорттарының аҫаба ерҙәре.

Мәҡсүт тиҙәр ул ауылды

Алда әйткәнемсә, ауыл үҙенең бер һәүетемсә, ығы-зығыһыҙ, әммә ғәмле тормошо менән йәшәп ята. Музей экспонаты урынына ауыл уртаһында саман өйҙәр һаҡланған. Һәр айырым йорт хужаһы иркен ерҙә мал-тыуарына һарайын, ҡош-ҡортона айырым урын булдырып, йәшәп ята. Бында хатта елдәр ҙә башҡасараҡ иҫә тойолдо миңә. Август аҙағы тиерлек булһа ла, һауала торманың йылыһы һаҡланған. Ә Кәмәлектең һыуы, әйтерһең, иртәнге һауын һөтө. Йылылығына таң ҡалдым! Нимә генә тимә, был яҡ көньяҡҡа тартым шул. Урам уртаһында велосипедтар ята. Юҡ, уны берәү ҙә ташлап та китмәгән, юғалтмаған да, бары тик элеккесә күршеләргә генә түгел, тотош ауылдаштарыңа, яҡташтарыңа ышаныс бында әле һаҡланған.

Бер велосипедҡа атланып, мин дә ауылды ҡарап сыҡтым. Алда әйткәнемсә, Хәйбулланы хәтерләтте Мәҡсүт. Берәү ҙә ни өсөн велосипедымды алдың, ниңә тейҙең, тип артымдан төшмәне, килтереп ҡуйғас та һүҙ әйтеүсе булманы. Әйтәм бит, юҡҡа ғына тап ошо төпкөл, алыҫта йәшәгән башҡорттарға килмәгән ул Лев Толстой. Сиркәүгә индермәүҙәрен, Ислам диненә бирелеүен, башҡорттар менән һуңғы көнөнә тиклем аралашыуын иҫәпкә алғанда, беҙгә әле “Толстой һәм башҡорттар” тигән теманы өйрәнәһе бар.

Сара йәмле Кәмәлек буйында урынлашҡан аҡланда ойошторолдо. Байрамға күрше ауылдарҙан, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән, әммә сығыштары менән Мәҡсүттән булған ауылдаштар, туғандар, яҡташтар йыйылды. Осрашыуҙы хуплап, байрамға фатиха биреп, тирә-яҡҡа Мәҡсүт ауылы мәсете имам-хатибы Рәшит Ураҙләев доғалар яңғыратты.

Пугачев районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Поваляев үҙ сығы­шында төбәктең үҫешендә башҡорттарҙың тотҡан урыны, әүҙемлеге хаҡында һөй­ләне. Ул алдынғы хеҙмәткәрҙәр – Тәүрәт Акировҡа, Василий Лопатинға район ха­кимиәте башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
– Башҡорт милли йолаларын һаҡлауға, мәҙәниәтте тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ошо эштә беҙгә ярҙам иткән район әүҙемселәренә лә рәхмәт, – тине ул.

Рахман муниципаль берәмеге башлығы Ольга Долгополова Мәҡсүт ауылы халҡын маҡтап телгә алды, шулай уҡ был ерҙәрҙә электән башҡорттар йәшәүе, улар өсөн ер ҡәҙере тигән төшөнсәнең бик мөһим булыуын да әйтеп китте. Ул да ауылдың алдынғы кешеләрен ҡотлап үтте. Ольга Николаевна:
– Мәҡсүт ауылы халҡы үҙенең егәрле халҡы менән ғорурлана ала. Бөгөн “Иң шәп йорт һәм ишек алды” конкурсында еңеүселәр Тәүрәт Акиров, Миңзифа Сәли­мова, Наталья Акированы тәбрикләйбеҙ. Һәр кемдең йорто уларҙыҡы һымаҡ балҡып торһон, – тине.

Төбәктең Йәмәғәт палатаһы рәйесе Александр Драгунов, Пугачев районы Крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһы рәйесе Анатолий Хадыкин байрамға йыйылған халыҡты ҡотланы, яҡты теләктәрен еткерҙе.

Һарытау башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зөфәр Хәкимов сығышы менән Краснокама районынан. Ул Мәҡсүт ауылындағы байрамды ойоштороуға финанс яғынан да ярҙам иткән, ауылдың әүҙем хеҙмәткәрҙәренә, Башҡортостан делегацияһына Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы. Сара ойошҡан үтһен, бүләктәр алыу, табын йәйеү өсөн ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡы Зариф Байсәләмовҡа, Илдар Туҡһановҡа, Раян Ҡунаевҡа, Әлфиә Акироваға, Игорь Цыгановҡа, Павел Артемовҡа, Валерий Исмаковҡа, Әсҡәт менән Вәли Акиров­тарға, Ғәли һәм Рим Биктимеровтарға, Василий Лопатинға рәхмәтен белдерә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти бит халыҡ мәҡәле. Байрам халыҡсан рухлы, милли мотивта уҙған икән, бында ойоштороу­сыларҙың да, ҡатнашыусыларҙың да, бағыусыларҙың да әһәмиәте ҙур!

Зөфәр Шәмсиғәле улы билдәләүенсә, төбәктә ҡоролтай 15 йыл эшләп килә, һәм улар тәүгеләрҙән булып Рәсәй төбәгендә башҡорт ҡоролтайын бар иткән:
– Һарытау өлкәһенең биш районында башҡорттар йәшәй. 1910 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алғанда ла улар бында 3500 булған, бөгөн дә шул сама. Артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Башҡалар бик кәмегән бит. Башҡортса уҡытылған дәрестәр бар. Әлбиттә, туған телдә бөтә фәндәрҙе лә уҡытып булмай, әммә туған телде өйрәтеү яғында беҙ. Мәҡсүттә лә башҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар бар. Был эште бергәләп атҡарып сығайыҡ. Баш­ҡортостандың Мәғариф министрлығынан да ярҙам көтәбеҙ.

Мәҡсүттең иң өлкән кешеһе – тыл хеҙмәткәре Роза Акирова. Уға – 89 йәш. Уны, 80 йәшлек Хантимер Сәлимовты, Сәмсинур Иҡсанованы – ауылдың аҡһаҡалын һәм ағинәйҙәрен тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙылар. Әйткәндәй, Хантимер бабай Мөкәрәмә инәй менән 60 йыл бергә ғүмер иткән. Ә Гөлсирә менән Рауил Туҡсуриндар бергә 50 йыл йәшәй. Улар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Ә Рауил бабай Туҡсурин “Кәмәлекәй буйы”н йырлап, үҙе ниндәй бүләк яһаны! Күҙҙән йәш йылға булып аҡты. Барыбер ҙә видеоға төшөрөп алып ҡайттым. “Бәйләнештә” социаль селтәренә сәхифәмә ҡуйҙым ул сығышты. Халыҡ та бик оҡшатты. Аҙна эсендә нисәмә лайыҡ йыйҙы ла нисәмә фекер яҙылды. Юҡҡа ғына:
“Халҡым йыры, ғаләмдәрҙән килгән
Иллаһтыңмы һиндә ауазы!?.
Әллә кемдер доға ҡылды таңда,
Әллә сеңләп осто ҡыр ҡаҙы!”– тимәйҙәр, күрәһең. Ул йырҙа барыһы ла әйтелгән. Әммә борсоулы уйҙар ҙа килмәй түгел башҡа: киләсәктә ошолай боронғоса итеп йырлаусылар булырмы икән? Йәш быуын вәкилдәре араһында халыҡсан, боронғо башҡарыу оҫталығы һаҡланыр­мы? Йырың менән яңынан терелттең һин беҙҙе, Рауил бабай: “Кешеләрҙән кеше, ай, кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре генә тиң түгел”...

Урындағы халыҡ таланттары беҙҙе сығыштары һайын ҡыуандырҙы. Игеҙәктәр, илгәҙәктәр Регина менән Азалия Туҡһановалар “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарғанда көй ҡапыл туҡтағайны, улар аптырап ҡалманы, тамаша ҡылыусылар көйләгән тауышҡа дауам итте. Етмәһә, Айназ бында ғына торған, ул ҡурайы ме­нән бейеүҙе күтәреп ебәрҙе. Балаларҙың “Дуҫлыҡ” бейеүе лә байрамға йәм өҫтәне. Башҡорт ауылын байрам менән ҡотларға татар мәҙәниәте етәксеһе Мөҙәрис Йәнекәев, азербайжан мәҙәниәте вәкиле Әбелфәт Ганбаров килеп, тәбрикләү, Салауатлы халҡыбыҙ тураһында йылы һүҙҙәрен әйтте.

Тарихсы Азат Ярмуллин Башҡортос­тан Мәҙәниәт министрлығының ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ төбәктә милли рухты һаҡлауға күп көс һалған Рәсәй мәғарифы отличнигы Тәнзилә Байсәләмоваға Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Азат Шәкирйән улы төбәк башҡорттары тарихына күҙ һалды, ошо яҡтан сыҡҡан Харис Йомағоловтың исемен мәңгеләш­терергә тәҡдим итеп: “Рәсәй Президенты Указы менән киләһе йыл Башҡортос­тандың 100 йыллығы киң билдә­ләнәсәк. Ошо уңайҙан Харис Йомағолов­тың эшмәкәрлеген күрһәтеп, иҫтәлекле таҡтаташ асҡанда бик яҡшы булыр ине!” – тине. Ул Башҡорт автономияһының 100 йыллығы уңайынан сыҡҡан китапты Зөфәр Хәкимовҡа бүләк итте, киләсәктә хеҙмәттәшлектең дауам итеренә ышаныс белдерҙе. А. Ярмуллин Ҡоролтай исеменән Һарытау өлкәһе Пугачев районының Рахман муниципаль берәмеге советы депутаты, Пугачев районы йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тәүрәт Акировҡа, шәхси эшҡыуар, фермер хужалығы етәксеһе Зариф Байсәләмовҡа, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рим Биктимеровҡа, Һарытау өлкәһе башҡорттарының төбәк милли- мәҙәни автономияһы Пугачев бүлексәһе ағзаһы Римма Биктимероваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙағы, башҡорт халҡы мәҙәниәтен, тарихын тергеҙеүҙәге һәм үҫтереүҙәге, йолаларҙы пропагандалау­ҙағы, милләттәштәребеҙҙе туплап, мәҙәни һәм рухи яҡтан үҫтереүҙәге, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Йырсы Сәйҙә Ильясованы Рәсәйҙең һәр төбәгендә лә башҡорттар танып тора. Ул бында бынан бер нисә йыл элек саралар ойоштороп, балаларҙы башҡортса йырларға өйрәтеп ҡайтҡан. Һарытау ҡыҙҙары менән ул сәхнәлә “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы. Сәйҙә Ғәли ҡыҙы, килгән халыҡты тәбрикләп, хәтирәләре менән уртаҡлашты, йырҙар бүләк итте. Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлитҡолов үҙ сығышында башҡорттарҙың йолалары, үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы.

– Һеҙҙә лә, моғайын, музей булдырыр­лыҡ ҡомартҡылар һаҡланалыр, ана шулар аша балаларҙа тарих, мәҙәниәт, йола менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләп була, – тине ул.

Сәйетбаба ауылы ҡобайырсыһы, мәғариф ветераны Фәниә Фәйзуллинаның сығышы төбәк халҡын башҡорт халҡының бер йолаһы – ҡобайыр әйтеү менән таныштырҙы. Яҙыусы Рәйлә Сабитова йырлап ебәргәйне, был бәләкәй генә ҡыҙҙа ҡайҙан сыға был тиклем тауыш, тиеште­ләр. Ҡурайҙа уйнауына ғәжәпләнеп тә ҡаранылар. Уның ҡыҙы Ҡарлуғас Йәр­миева урындағы халыҡҡа милли биҙәүес­тәр тәҡдим итте. Сәнғәт академияһы студенты Данир Мәсәлимов думбыра моң­дары менән сараға бер йәм өҫтәне. Дала һәм думбыра – улар дуэт һымаҡ! Улар икеһе, гүйә, бер бөтөн. Думбырасы ауаздары аша үткән быуаттарҙы күҙәттем, тип кенә өҫтәге килә ошо музыка ҡоралының моңонан һуң.
Айназ Низаметдинов та был яҡтарҙа беренсе тапҡыр түгел. Уның бейеүен, ҡурайын үҙ иткән һарытауҙар. Был юлы ул Римма Биктимерова менән бергә сараны ла алып барҙы. Аҙаҡ Мәҡсүт балаларына уҡтан атырға өйрәтте.

Телде өйрәнергә теләк ҙур!

Урындағы халыҡ һәүетемсә, үҙ донъяһы менән йәшәп ята тигәс тә, уларҙың да проблемалары юҡ түгел. Апай-ағайҙар туған телебеҙҙә һөйләшеп ҡаршы алһа ла, йәш быуын вәкилдәре араһында башҡортса һөйләшкәндәр, әлбиттә, һирәгәйгән. Башҡортостандағы кеүек. Улар ситтә йәшәп тә телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, милли асылды һаҡлаған бит әле. Беҙгә Һарытау башҡорттарынан үрнәк алырлыҡ. Әммә бөгөн тел мәсьәләһенә бәйле һорауҙар уларҙа ла тыуып тора.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Римма Биктимерова – юғары белемле уҡытыусы. Һарытау башҡорттарының башҡорт телен туған тел булараҡ тәрәндән өйрәнергә теләге бар. Шуға күрә уларҙың ниәтен, ата-әсәләрҙең, балаларҙың үтенесен иҫәпкә алып, Мәҡсүт мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен бирә башлау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Римманың бер туған ҡустыһы Рим дә бик рухлы егет булып сыҡты. Уның машинаһын фотоға төшөрөп алып, Интернет селтәренә һалғайным, башта аңламанылар: “Шунан ни булған “Башҡортостан”, тип яҙылғанға, Башҡортостан әләме торғанға, “Салауат Юлаев эмблемаһы эленгәнгә?” – тинеләр, аҙаҡ ҡына был автомобилдең Һарытауҙа йөрөп ятыуын иҫәпкә алып ғәжәпләнделәр. Ҡулығыҙҙан килһә, һеҙ ҙә машинағыҙҙы милли атрибуттар менән биҙәгеҙ әле! Етмәһә, республиканан ситтә.

Сарала ҡатнашыусы Булат Биктимеров менән танышып киттек. Ул түшелдерек­тәге, ҡашмауҙағы тәңкәләрҙе күреп, үҙенең дә ошондай ҡомартҡылар йыйыуы хаҡында һөйләне:
– Үҙемдең бөтә нәҫел ебем тыуған ауылым Мәҡсүт менән бәйле. Бөгөн ауылыбыҙ уртаһында ултырған мәсетте Әғзәм ҡартатайым һалған. Уның алты ҡыҙы булған. Әғзәм ҡартатайымды уҙған быуаттың 30-сы йылдарында хөкөм иткәндәр. Мәсеттең яртыһы – кантур, икенсе яртыһы морг булған.

Һарытау этнография, Пугачев музейҙа­рына ла алҡалар, йөҙөктәр табып тапшырҙым. Студент саҡта бик күпләп тапҡайным. Тапшырыр урын да, мәктәп тә юҡ ине, шуға күрә музейҙарға бирҙем. Диңгеҙҙәрҙән ҡайтҡан ҡортбаштар ҙа бар ине, – тине ул.

Һарытау башҡорттары хаҡында, мең дә беренсе кистәге һымаҡ, һөйләгән һайын һөйләргә була. Әлегә уларҙың тел мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерергә яҙһын, тип теләйек. Ситтә йәшәп тә, улар башҡорт телен һаҡлап ҡалыу яғында.


Вернуться назад