Шәхестәр үҙебеҙҙә үҫергә тейеш.
Илебеҙҙең киләсәге һәләтле балалар ҡулында икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә педагогтың бурысы – уларҙы ваҡытында күреү, маҡсатлы эш алып барыу, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү.
Был йәһәттән Хәйбулла районы хакимиәте мәғариф бүлеге менән берлектә тығыҙ эш алып бара.
Төбәктә бер нисә йыл рәттән һәләтле балаларҙы дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте башлығының премияһы булдырылған, күп йүнәлештәге профилле лагерҙар эшләй. Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәрҙе Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә ебәреү, төрлө ерҙәргә экскурсияларға йөрөтөү ҡаралған. Ғәмәлдә бындай йүнәлештәге эштәр Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Был хаҡта мәктәп директоры Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов бына ни һөйләй:
– Һәләтле баланы күрә белеү тәү сиратта уҡытыусынан тора. Уның талантын бар яҡлап асыуҙа ата-әсәнең һәм мәктәп етәкселегенең дә әһәмиәте ҙур. Беренсенән, баланы ҡыҙыҡһындырыу кәрәк, икенсенән, уны дәртләндереү мотлаҡ. Ошо тәңгәлдә эш алып барғанда ғына һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
Беҙҙең мәктәптә һәр баланы шәхес итеп үҫтереү, уның бар яҡлап һәләтен асыу, талантын киңәйтеү маҡсатында эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бында иң тәүҙә түңәрәктәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнеү баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, уны оло тормошҡа әҙерләй. Иң мөһиме – үҙенә оҡшаған ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, киләсәккә һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш бирә, һәләтен бар тулылығында асыуға булышлыҡ итә.
Мордва Республикаһының Саранск лицейында белем алған Тимур Дәүләтбаев – мәктәбебеҙ уҡыусыһы. Уның бөгөнгө Бөтә донъя олимпиадаһындағы ҡаҙаныштарына тәүге баҫҡыстар тап беҙҙең белем усағында һалынған. Әгәр ҙә республикала Тимур кеүек һәләтлеләрҙе артабан үҫтереү йүнәлешендәге мәктәптәр булғанда, күпме бала үҙебеҙҙең Башҡортостан данын яҡлар ине!
Үҙебеҙҙең төбәккә килгәндә, беҙҙең районда был яҡтан эш яҡшы ойошторолған. “Робот техникаһы”, “Авиамодель”, “Судомодель” йүнәлешендә буласаҡ инженерҙарҙы тәрбиәләгән түңәрәктәр эшләй. Каникул осоронда балаларҙың һәләтен үҫтереү һәм нығытыу маҡсатында ошо йүнәлештәге профилле лагерҙар ойошторола. Йәйге миҙгелдә балалар ял итеп кенә ултырмай, техник белемдәрен һәм оҫталыҡтарын арттыра, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша.
Беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Яҙгөл Төрөпҡолова әле Ҡара диңгеҙ буйында ял итә. Ул – район, республика, Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе. Һәләтте үҫтереүҙең төп шарты уҡыусыны ҡыҙыҡһындырыу һәм дәртләндереү икәнлеген бер кем онотмаҫҡа тейеш, шул иҫәптән ата-әсә лә, уҡытыусы ла.