Республикала төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолаларын һаҡлай
Үткән йыл аҙағында Васильевка ауылы клубы ремонттан һуң йәнә үҙ ишектәрен асты. Ремонт эштәре муниципаль һәм Петровский ауыл биләмәһе хакимиәте бюджеты ярҙамында 2,5 миллион һумға башҡарылған. Эстән дә, тыштан да балҡып торған мәҙәниәт усағынан хәҙер дәртле халыҡ өҙөлмәй тиерлек. Ауыл байрамы ла яланда түгел, ә ошо бина янында үтте.
– Концерттарға, сыуаш халҡының йолаларын тергеҙгән һәм һаҡлаған түңәрәктәргә оло быуын ғына түгел, йәштәр ҙә гөрләп килә, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты клуб мөдире Вера Филиппова. Әйтелгәндәрҙе дәлилләгәндәй, милли күлдәктәрҙәге инәйҙәр, бала арбалары этеп килгән, кескәй ул һәм ҡыҙҙарын етәкләгән йәш ата-әсәләр клуб яғына ағылды. Бесән-ураҡ мәле булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылғайны. Һай, дәртле лә икән сыуаш халҡы! Милләттәштәренең шатлығын уртаҡлашырға тип, Башҡортостандың сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов үҙе лә килгән.
– Васильевка ауылында дәртле, тырыш халыҡ йәшәй, тормошоғоҙ – бәрәкәтле, бөгөнгө байрамығыҙ мөбәрәк булһын, – тип теләктәрен еткерҙе Өфө вәкиле.
Ысынлап та, был ерҙәге йәшәйешкә һоҡланып туйғыһыҙ. Бөтмөр халыҡ иртә яҙҙан үрсетмә үҫтереп, тирә-яҡ ауылдарға, баҙарға йөрөп һата, күпләп мал-тыуар аҫрай, үҙ техникаһында хеҙмәт күрһәтеүселәр байтаҡ, шулай уҡ халыҡ урындағы ҙур ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл ғына атай-әсәй булған йәш ғаиләләр ҙә бар, улар ҙа башҡаларҙан ҡалышмай, гөрләтеп донъя көтә. Икенсегә-өсөнсөгә ҡулдарына сабыйҙарын алғандар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Семеновтар ғаиләһендә лә яңыраҡ бала тыуған. Ошо шатлыҡтары менән уртаҡлашып, сарала уларҙы ла тәбрикләнеләр. 50-60 йыл бергә ғүмер кисергән парҙарҙы ҡотлау иһә васильевкаларҙың һәр быуынға, һәр кемгә иғтибарлы булыуына ишара.
Байрам булғас, йыр-моң да яңғырай, дәртле бейеүҙәр күңелдәрҙе елкендерә. Был йәһәттән шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр күренештә тиерлек милли һыҙаттар сағылып торҙо.
– Йолаларыбыҙҙы ихтирам итеп йәшәйбеҙ, ата-бабаларыбыҙ элек-электән традицияларҙы һаҡлауҙы васыят итеп ҡалдырған, – тине Петровский ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы, ошо ауыл ир-уҙаманы Николай Жуков. Ғөмүмән, васильевкалар ата-баба васыятына тоғро ҡалып йәшәй, матур итеп донъя көтә, милли йолалар нигеҙендә байрамдар үткәрә.