“Мобиль һайлаусы” технологияһын файҙалан31.08.2018
29 августан участка һайлау комиссиялары ишектәрен асты

Был технология былтыр тәүге тапҡыр Рәсәйҙең 20 төбәгендә башлыҡ һәм депутаттар һәм быйылғы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡулланыла.

Элек йәшәгән урында тауыш бирмәгәндә, иҫәптән төшөү таныҡлығы алыу өсөн һайлау участкаһына барырға тура килде, был алыҫта йәшәгәндәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра ине. Хәҙер республиканың үҙең теләгән урынында һайлауҙа ҡатнашырға мөмкин. Яңы технологияны файҙаланыу өсөн граждан үҙенә уңайлы һайлау участкаһын һайлап, иҫәптән төшөү тураһында ғариза бирергә тейеш. Быны үҙең теләгән һайлау участкаһында йәки күп функциялы үҙәк филиалдарында “дәүләт хеҙмәте” порталы аша 25 июлдән 5 сентябргә тиклем ғәмәлгә ашырырға мөмкин.

Барған урында һайлаусылар исемлегенә индереү тураһындағы ғаризаны ҡарау буйынса 3 391 участка һайлау комиссияһын­дағы ҡабул итеү пункттары 29 августан эш башланы. Улар эш көндәрендә төшкө сәғәт 4-тән 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 2-гә тиклем ҡабул итә.

Ғаризалар ҡулдан тултырыла. Үҙең менән паспорт йәки ваҡытлыса танытма алырға кәрәк. Ғаризаның төп өлөшө һайлау комиссияһында йәки күп функциялы үҙәктә ҡалдырыла, йыртма өлөшө һайлаусыға бирелә, унда тауыш биреү участкаһының һаны күрһәтелә. Ошо ғариза нигеҙендә граждан үҙе теләгән урында тауыш биреү хоҡуғын ала. Һайлау кампанияһы ваҡытында бындай ғариза бер тапҡыр ғына бирелә, әгәр ҙә улар бер нисәү булһа, тәүге яҙғаны ғына иҫәпләнелә. Яңы тауыш биреү системаһы командировкала йәки ял иткәндәргә тауыш биреү өсөн яйлы.

“Мобиль һайлаусы” технологияһы мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, барлыҡ һайлау участкалары ла пандустар менән йыһазландырылмаған. Яңы технологиялар был граждандарға шарттар тыуҙырылған, парковкаһы булған һайлау участкаларында тауыш биреү мөмкинлеген бирә.

Үҙеңә уңайлы һайлау участкаһын Рәсәй­ҙең Үҙәк һайлау комиссияһының cikrf.ru сайтында “Үҙеңдең һайлау участкаң­ды тап” махсус серверы йәки йәшәгән адресың буйынса, “Һайлау участкаларының интерактив таҡтаһы” аша һайларға мөмкин. Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссия­һының “ҡыҙыу телефоны”на – 7 (495) 606-98-88 һандарын йыйып, бушлай шыл­тыратырға була. “Мобиль һайлаусы” системаһы эше буйынса республикала “ҡыҙыу телефон” эшләй. 8-800-347-54-54 һандарын йыйып, үҙегеҙҙе ҡы­ҙыҡһын­дырған һорауҙарға яуап таба алаһығыҙ.


Вернуться назад