Мәскәүҙә легендар эстрада йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон 81-се йәшендә вафат булды. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итте.
Ошо көндәрҙә йырсының хәле насарайыуы һәм уны яһалма һулыш алдырыу аппаратына тоташтырыуҙары хаҡында белдергәйнеләр. Уға тиклем артисы Мәскәү дауаханаларының береһендәге нейрохирургия бүлеге реанимацияһына күсерҙеләр. Уның хәле ауыр тип баһалана ине.
2005 йылда Иосиф Кобзондың яман шеш менән сирләүе асыҡлана. Өфөгә ул һуңғы тапҡыр 2017 йылдың октябрендә Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған тантаналарға килгәйне.