Өфөлә «Миловка паркы» торлаҡ комплексында 10/2-се һәм 10/3-сө ике күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн 150-нән ашыу өлөшсө күптән көткән фатир асҡыстарын алды.
Йорттар Алданған өлөшсөләр реестрындағы граждандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса төбәк план-графигына ярашлы сафҡа индерелде.
«Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса потенциаль инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Бишенсе һәм унынсы кварталдың төҙөлөш майҙансығында эштәрҙе тергеҙгән инвесторҙарҙың береһе менән һөйләшеп килешелде. Бик ҙур эш башҡарылды. Бөгөн хәҙер инде алданған өлөшсөләргә түгел, ә «Миловка паркы»нда йәшәүселәргә асҡыстар бирелде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев. — Йыл аҙағынаса бишенсе һәм унынсы кварталды индереү, объекттарҙа эштәрҙе тамамлау ҡаралған».
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, «Миловка паркы» өлөшсөләренең күпмелер өлөшө фатир асҡыстарын күршеләге «Йәштәр» биҫтәһендә ала.
«Соҡор һәм нигеҙ генә булған йорттар буйынса күрше биҫтәлә граждандар өсөн торлаҡ һатып алыу схемаһын башлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Өҫтәүенә 250 мең «квадрат» торлаҡҡа иҫәпләнгән яңы, ҙур «Йәштәр» биҫтәһен үҫтереүгә старт бирелгән, ул «Миловка паркы»ның дауамы булырға тейеш. Ошо биҫтәләге беренсе йорттарҙа инвестор «Миловка паркы» өлөшсөләре өсөн фатирҙарҙың бер өлөшөн һатып алырға ниәтләй. Был тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк була, — тип өҫтәне ул. — Яңы биҫтәлә тәүге йорттарҙы сафҡа индереү 2019 йылдың июль-авгусына билдәләнгән. Дөйөм алғанда, «Йәштәр» тиҙерәк төҙөлөр тип ышанабыҙ. Хөкүмәт тарафынан хупланған проект бар. Уның буйынса аныҡ план-график бар, һәм беҙ яйлап йорттарҙы файҙаланыуға тапшырырбыҙ».