Һөнәр үҙләштерһәң, сертификат ал29.08.2018
Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендәге Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында төбәктәге мөһим социаль мәсьәләләр тикшерелде.

Башҡортостан халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендәге проект буйынса пилот төбәк тип билдәләнде. Республикалағы халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте органдары белем биреү сертификаты тапшырыу хоҡуғына эйә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуға ярашлы тейешле Хөкүмәт ҡарары проектын эшләне.

– Белем биреү сертификаты эшһеҙ граждандарҙың өҫтәмә дәүләт ярҙамы сараларына хоҡуғын раҫлаған документты тәшкил итә. Ул яңы һөнәр үҙләштергән һәм өҫтәмә профессиональ белем алған осорҙа билдәле бер хаҡ түләүгә ҡағыла, – тине сығыш яһап ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән, шул уҡ ваҡытта мәшғүллек үҙәктәрендә эшһеҙҙәр сифатында теркәлгән кешеләр уны алыуға хоҡуҡлы.

Ленара Иванова әйтеүенсә, белем биреү сертификаттары тапшырыуҙың төп маҡсаты – граждандарҙы уҡыған осорҙа йәки уны тамамлағандан һуң бер ай эсендә эшкә урынлаштырыу. Бер документтың иң ҙур финанс тәьминәте – 10 мең һум. Быйыл ошондай 100 сертификат сығарыу күҙаллана. Уны алған кеше аҡсаны белем биреү хеҙмәте өсөн өлөшләтә йәки тулыһынса түләүгә тотона ала.


Вернуться назад