Башҡортостанда “Үрнәк ал!” республика социаль йәһәттән әүҙем ғаиләләр конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Сараны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы ойоштора.
Әле Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларынан, шулай уҡ Архангел, Балтас, Благовещен, Дыуан, Йылайыр, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы һәм Шаран райондарынан 27 ғариза тапшырылған. Ғаиләләрҙең күпселеген сабыйҙарҙы тәрбиәгә алғандар, балалар йорттарына ярҙам күрһәтеүселәр тәшкил итә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн социаль йәһәттән әүҙем тормош тураһында видеоролик төшөрөргә кәрәк. Уның оҙайлылығы бер минуттан артмаҫҡа тейеш. Яҙмалар рус һәм башҡорт телендә булырға мөмкин. Ғаилә тураһында сит кешенең, мәҫәлән, күршенең, туғандың йәки дуҫ-иштең бәйән итеүе лә ихтимал. Артабан роликты #Берипример хэштегы менән социаль селтәрҙәге сәхифәлә урынлаштырырға һәм bash.news сайтындағы конкурстың сәхифәһендәге заявка бланкын тултырырға кәрәк. Ғаризалар 9 сентябргә тиклем ҡабул ителә.