Ниндәй гөлләмә һайларға?29.08.2018
1 сентябрь – яңы уҡыу йылы башланыу мәле генә түгел, көҙҙөң тәүге көнө лә. Миҙгелдең бөтә төҫтәрен сағылдырыу өсөн флористар Белем көнөнә гөлләмә һайлағанда сағыу ҡояш төҫөндәгеләргә – һары, ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә.

– Гербера, хризантема, гладиолус, георгин, рауза кеүек сәскәләрҙе һайларға мөмкин. Тик уларҙың төҫтәре сағыу булһын, – тине флорист Нэля Ғәлимова. – Гөлләмәнең күләме уны кем тапшырыуына бәйле – кескәй баламы әллә өлкән класс уҡыусыһымы. Беренсе кластар өсөн ҡәләм, линейка кеүек мәктәп атрибуттары ҡушылған кескәй генә тематик гөлләмә ҡулай буласаҡ. Өлкән кластар, ҡағиҙә булараҡ, рауза сәскәләрен йәки көҙгө емеш-еләк, башаҡтар менән биҙәлгән йыйылма композицияларҙы һайлай.

Эксперт әйтеүенсә, бөтә класс исеменән ҙур гөлләмә кәрзинен бүләк итергә мөмкин.

– Кәрзиндәге сәскәләр тиҙ һулымай. Бынан тыш композиция өсөн ваза ла кәрәкмәй. Уның өсөн махсус флористик губка ҡулланыла, – тине ул.


Вернуться назад