Эшһеҙҙәр һаны кәмегән10.05.2012
Быйыл 1 апрелгә республиканың 26 ойошмаһында эш хаҡы буйынса бурыс күләме 68,5 миллион һум тәшкил иткән, 4 919 хеҙмәткәргә эш хаҡы еткерә түләнмәгән. Шуларҙың 39,2 миллион һумы, йәғни 57 проценты бөлгөнлөк һәм ябыу ғәмәлдәре ҡулланылған 14 предприятиеға тура килә. Йыл башы менән сағыштырғанда, хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурыс күләме 43 миллион һумға кәмегән.
Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекторҙары ҡуҙғатҡан эштәр буйынса 73 эш биреүсе яуаплылыҡҡа тарттырылған. Республикала даими күрелгән саралар һөҙөмтәһендә эшһеҙҙәр һаны 25 процентҡа кәмегән. 1 апрелгә алынған мәғлүмәттәр буйынса әле 30,2 мең кеше эшһеҙ булып иҫәпләнә. Хеҙмәт баҙарындағы хәлде көйләү йәһәтенән “Халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” маҡсатлы программаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл беренсе кварталда 3 мең эшһеҙ кеше һөнәри белем алыуға өлгәшкән, республикала 87 вакансиялар йәрминкәһе үткән. Был йәрминкәләргә 13,3 мең кеше килгән. Былтырҙан инвалидтар өсөн вакансиялар банкы тулыландырыла башлаған. Йыл башынан 124 инвалид эшле булған.
Л. НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад