Нисә студент һәм уҡыусы бар?29.08.2018
Белем көнө алдынан республика статистика хеҙмәте уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың иҫәбе буйынса мәғлүмәт менән таныштырҙы. “Башстат” хәбәр итеүенсә, 2017/18 уҡыу йылында Башҡортостанда 1 318 мәктәптә 468 меңдән ашыу бала белем алған.

Гимназия кластарында юғары кимәлдәге программалар буйынса 49 меңдән ашыу, лицей кластарында – 40 мең, айырым фәндәр тәрән өйрәнелгән кластарҙа туғыҙ меңгә яҡын кеше уҡыған. Уҡыусыларҙың төп өлөшө дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә белем алған. Республикала 1,1 мең уҡыусы, йәғни дөйөм һандың 0,2 проценты, дәүләткә ҡарамаған ете мәктәп хеҙмәттәренән файҙаланған.

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла. Бынан тыш, мари, мордва, немец, украин, латыш телдәре фән булараҡ өйрәнелә.

Студенттар һанына килгәндә, әле Башҡортостанда 112 мәғариф ойошмаһы иҫәпләнә, шуларҙың етеһе – шәхси. Улар урта звено белгестәре, квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләй.

2017/18 уҡыу йылында 74 меңдән ашыу студент – урта звено белгестәрен әҙерләү программалары, 28 меңе тиерлек квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса урта һөнәри белем алған. Төбәктәге юғары уҡыу йорттарында (икәүһе – дәүләткә ҡарамаған), шул иҫәптән 22 вуз филиалында 103,6 мең студент уҡыған. Дәүләт вуздарында – 95,8 мең, дәүләткә ҡарамаған уҡыу йорттарында 7,8 мең кеше белем алған.


Вернуться назад