“Улым ҡайтҡандай булды...”10.05.2012
“Йәшә һәм онотма” акцияһы барышында Учалы районында афған һуғышы ветерандары 1988 йылда Герат провинцияһында һәләк булған полкташтары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Мөхәммәт Заһиҙуллиндың туғандары һәм класташтары менән осрашты.
Хәрби хәрәкәт ветерандарының Башҡортостан союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, Ҡунаҡбай ауылында Өфөнән килгән ҡунаҡтар һәм урындағы яугир-интернационалистар Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәновтың) музейын ҡарап сыҡты. Учалы ҡалаһында улар һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар мемориалына сәскә һалды, “Шурави” клубында һәм республика Хәрби комиссариатының район бүлегендә булды.
Рядовой Заһиҙуллиндың тыуған ауылы Сәфәрҙә ҡунаҡтар ауыл хакимиәте етәкселеге һәм “Патриот” клубында тәрбиәләнеүселәр менән батырҙың ҡәберенә юлланды. Китапханала ветерандар һәләк булған хәрби иптәштәренең туғандары һәм дуҫтары менән осрашты.
— Китапханаға хәрби кейемдә барып инеү менән сал сәсле инәй: “Улым Мөхәммәт ҡайтҡандай булды”, — тине. Был яугирҙең әсәһе Рәсимә Заһиҙуллина ине, — тине Тимерйән Рәжәпов.
Китапхана мөдире, ҡаһарман һалдаттың класташы Айгөл Фәхретдинова уның иҫтәлегенә ауылда “Эҙең буйлап хәтер атлаһын” тигән музей асылыуы хаҡында хәбәр итте. Унда яугирҙең шәхси әйберҙәре, фотолары тупланған. Мөхәммәт Заһиҙуллиндың әсәһе музейға улының ҡайһы бер әйберҙәрен, миҙал һәм ордендарын бирергә вәғәҙә итте.
Тимерйән Рәжәпов ветерандар союзы исеменән музейға яуҙаштарының хәрби панамаһын, ә әсәгә ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.
“Йәшә һәм онотма” акцияһы артабан да дауам итәсәк. Яҡын арала ветерандар Тәтешле районына юлланасаҡ. Унда Афғанстанда һәләк булған тағы ла бер яугирҙең дуҫтары һәм туғандары менән осрашыуҙар көтә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад