“Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте нигеҙендә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан һәм төҙөүселәр тарафынан йөкләмәләрен үтәмәү һөҙөмтәһендә хоҡуҡтары боҙолған граждан өсөн “ҡыҙыу элемтә” эшләй башлай.
“Ҡыҙыу элемтә”нең номеры: 8 (347) 246-88-08. Унда эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратырға мөмкин. Белгестәр төҙөлөшө тамамланмаған объекттарҙа эштең барышы тураһында мәғлүмәт бирәсәк.
Быға тиклем апрелдән республика Башлығының бойороғона ярашлы апрелдән Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы эшләй башлағайны. Ул “проблемалы” йорттарҙы төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһен көйләй. Төбәк операторы өлөшсөләрҙең инициатива төркөмө менән бәйләнешкә инә, граждандарҙы ҡабул итә.