Ғүмер юлдарын үткән саҡта кемдәрҙе генә осратмайһың да кемдәр менән генә аралашмайһың. Байтаҡ йылдар үткәс, бер миҙгелгә туҡтап, ғүмер ептәрен һүтә-һүтә хәтер һандығына күҙ һалһаң, үҙеңә бер асыш яһағандай булаһың.
Кемдәрҙелер бөтөнләй иҫләмәйһең, әйтерһең дә, донъя һеҙҙе бер ҡасан да осраштырмаған. Ҡайһыларының исем-шәрифе тел осонда ғына һымаҡ, әммә хәтерҙән юйылғандай, йөҙҙәре, буй-һындары күптән томан эсендәгеләй, айырырлыҡ, танырлыҡ түгел. Ә бына бер төркөм кешеләрҙең, һинең менән бер уй-ниәттә, бер үк рухи аҙыҡ менән йәшәгәндәрҙең генә, урыны башҡа — күңел түрендә. Изгелектәре, рухтары яҡты, сихри нур булып һине оҙата бара.
Һуңғылары хаҡында һүҙ алып барғанда, күҙ алдына мәңгелек маяҡ булып, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы урта профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Артур Шәйхетдин улы Суриндың яҡты һыны килеп баҫа. Намыҫлы, ғәҙел, кешелекле, кеселекле, яуаплы булыуы менән башҡаларҙан айырылып торор ине. Эйе, хөрмәтле етәксебеҙ, яҡын кешебеҙ тураһында үткән заманда һөйләргә мәжбүрбеҙ, сөнки апрелдең ҡояшлы көндәренең береһендә Артур Шәйхетдин улы арабыҙҙан китеп барҙы. Йән әрнеткес, йөрәк өшөткөс хәбәрҙе ишетеү беҙгә, уның коллегаларына, бик ауыр булды.
Хоҙай тарафынан бирелгән ҡыҫҡа ғына тормош юлын ябай уҡытыусынан башлап Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары дәрәжәһенә барып етә. Артур Шәйхетдин улы милли мәсьәләләр, етем балаларҙы ҡурсалау, балаларҙың ялын хәстәрләү, һаулығын һаҡлау, республиканың ҡала, райондарында, туғандаш халыҡтар күпләп йәшәгән өлкәләрҙә лә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса етди эштәр башҡара. Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сараларҙа ла Артур Шәйхетдин улы ихлас ҡатнаша, мәғариф өлкәһендә, мәҙәни сараларҙа һәр ваҡыт үҙ һүҙен, изге теләктәрен еткерергә, милли мәғариф мәсьәләләрен яҡтыртҡан сығыштар яһарға тура килә.
Тыныс холҡо, коллегаларына, уҡытыусыларға иғтибарлы булыуы менән Артур Шәйхетдин улы оло ихтирам яуланы. Уның менән килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү, ниндәйҙер бер мөһим мәсьәлә буйынса фекер алышыу ҡыйынлыҡ, уңайһыҙлыҡ тыуҙырманы, ул кешеләрҙе тыңлай, аңлай белде. Тормошта килеп тыуған ауыр мәлдәрҙә, кәңәш кәрәккән саҡтарҙа ла Артур Шәйхетдин улынан һәр ваҡыт аҡыллы, ипле һүҙ, эшлекле тәҡдим ишетә торғайныҡ. Кешенең уңыш, ҡыуаныстарына һөйөнә, ҡайғыларын уртаҡлаша белде.
Оло шәхес, ҡәҙерле коллегабыҙ менән аралашҡан кешеләр, изгелеген һәм файҙалы кәңәштәрен күп тойған яҡындары, меңәрләгән уҡытыусылар йөрәгендә Артур Шәйхетдин улы айырым урын биләй, һәр кем уға күңеленән генә булһа ла сикһеҙ рәхмәтен белдерә, яҡты рухы алдында баш эйә.
Бер төркөм яҡын иптәштәре.