“Ҡала мөхите” проектына – 8 миллион һумдан ашыу28.08.2018
Быйыл Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында 19 йортто берләштергән дүрт ихата төҙөкләндерелгән.

Ошо маҡсатҡа “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы федераль һәм республика бюджеттарынан 8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле эш Калинин урамындағы ихаталарҙа тамамланған.

Нефтекама ҡалаһынан “Төҙөкләндереү-1” компанияһы вәкилдәре Ленин һәм Юбилей урамдарындағы ихаталарҙа туҡталҡалар асыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләй.


Вернуться назад