Йылы көндәр ҡайтты28.08.2018
Башҡортостанда сентябрҙең тәүге аҙнаһы йылы буласаҡ. “Гисметео” порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, көҙ башында +23 градус йылы булыуы көтөлә.

1 сентябрҙә республиканың баш ҡалаһында яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +10, көндөҙ иһә 17 градус йылы буласаҡ. Төбәктә бындай һауа торошо сентябрь уртаһына тиклем һаҡланасаҡ. Әммә ваҡыты менән яуым-төшөм, көслө ел булыуы ихтимал.

Башҡортостанда көҙҙөң тәүге айында һауа торошо ла, яуым-төшөм дә норма сиктәрендә көтөлә.


Вернуться назад