Ауыл онотолмаһын10.05.2012
Ауыл онотолмаһынВаҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барышында Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылында йәшәүсе Сәйҙә Сәлиғәскәрова менән танышырға насип булды. Ул тормошон гәзит-журналһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Башҡортостанда башҡорт, татар телдәрендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатты әле булһа яратып уҡый. 60 йылға яҡын инде республика яңылыҡтары, илдә, донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән “Башҡортостан” гәзите аша таныша.
Сәйҙә апай, 43 йыл ауыл мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. 84 йәшкә аяҡ баҫҡан элекке уҡытыусы бөгөн дә йәштәрсә дәрт менән ауылда ойошторолған төрлө байрам-кисәләрҙә, осрашыуҙарҙа ихласлыҡ күрһәтә, йыш ҡына үҙе лә сығыш яһай. Һайлауҙарҙа ла ҡатнашмай ҡалғаны юҡ, сөнки ил, республика киләсәге өсөн һәр саҡ янып йәшәй ул.
— 1953 йылдан бирле “Башҡортостан” гәзитенән айырылғаным юҡ, мәктәптә эшләгән осорҙа гәзит дуҫыма, хатта кәңәшсемә әйләнде, — ти Сәйҙә апай. — Бөгөн гәзит һуңлап килмәй торһа, яҡынымды юғалтҡан кеүек хис итәм. Редакция хеҙмәткәрҙәренең эше ауыр булыуын яҡшы аңлайым. Һуңғы осорҙа гәзит һәйбәт яҡҡа үҙгәрҙе, уҡымлы, тәнҡит мәҡәләләре күбәйҙе.
Сәйҙә Сәлиғәскәрова әүҙем уҡыусы булып сыҡты, ул гәзит үткәргән төрлө ярыш-конкурста ҡатнашып ҡына ҡалмай, хатта еңеүсе лә була. Дини календарь, кеҫә телефоны менән дә бүләкләнгән. Өлкән йәштә булһа ла, гәзиттән айырылмай, йәштәрҙе лә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлашырға өндәй.
Ҡасандыр Кушнаренко педагогия училищеһын, аҙаҡ Ҡазан педагогия институтын тамамлаған Сәйҙә апай ауылда ғына түгел, районда ла абруйлы, ихтирамлы кешеләрҙән һанала. Элекке уҡыусылары әле булһа байрам һайын ҡотлау открыткалары ебәреп тора, ауылға ҡайтҡанда инеп хәл-әхүәлен белешә. Оло апайҙы ауылының, үҙе ҡасандыр эшләп киткән мәктәбенең яҙмышы борсоуға һала. 1960 йылда төҙөлгән белем усағы бөгөн буш тора, ҡулайлаштырабыҙ тип 2007 йылда мәктәпте бөтөнләй япҡандар. Хәҙер балалар күрше Бәшир ауылына йөрөп уҡый.
— Мәктәп ябылғас, ауыл бөттө тигән һүҙ инде, — тип борсола Сәйҙә апай. — Элек ауылға Өфөнән концерт-спектакль менән артистар, йырсылар килер, яҙыусылар осрашыу ойошторор ине, хәҙер улары ла, исмаһам, килеп тә урамай. Ауыл халҡы йыр-моңға ныҡ һыуһаған шул. Ауылды етемһерәтмәгеҙ, килегеҙ ҡунаҡҡа.
Самат ҒӘЛИН
Саҡмағош районы.


Вернуться назад