Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы28.08.2018
Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршыЛилу ҡушаматлы көнгөрә Австралия йәнлектәр һаҡлау йәмғиәтенең иң ҙур бүләген аласаҡ. Ни өсөн?

Йәшенле ямғыр ваҡытында 52 йәш­лек фермер Лен Ричардстың өҫтөнә ҙур ағастың осо һынып төшә, һәм ул аңын юғалта.
Быны күргән көнгөрә ярҙам итергә ашыға, әммә Ленды ағас аҫтынан һөйрәп сығара алмағас, фермерҙың ҡатыны ҡырына бара, төрлөсә иғтиба­рын йәлеп итергә тырыша. Хайуан­ҡай­ҙың ниҙер әйтергә теләгәнен аңлаған ҡатын уның артынан эйәрә. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам арҡаһында ғына Ричардс иҫән ҡала. Шуныһы ҡыҙыҡ: был хәлгә тиклем дүрт йыл элек Лилуның әсәһен машина бәреп киткәс, “сумка”һындағы көнгөрә балаһын Лен үлемдән ҡотҡарған була.


Вернуться назад