Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына янут этен 1935 йылда тәүге тапҡыр килтерәләр. Ә тағы ике тиҫтә йылдан һуң Нуриман районына ебәрәләр. Һуңғыһы һөҙөмтәлерәк була, һәм был эт үрсеп, тирә-яҡҡа тарала башлай.Янутты “урман эте” тип тә атап йөрөтәләр. Бер ҡараһаң, әллә ни эткә лә оҡшамаған һымаҡ. Төлкөнән дә айырылмаған төҫлө. Шулай ҙа уны төлкө менән бутау мөмкин түгел. Ҡыҫҡа, йөнтәҫ ҡойроҡло, ҡараһыу-һоро төҫтә, ҡыҫҡа аяҡлы. Башҡа эт төркөмөнә ҡараған йәнлектәр (бүре, төлкө һәм башҡалар) менән сағыштырғанда, янут этенең аҙығында һыу буйы тереклеге өҫтөнлөк итә. Һаҙлыҡлы урынды төйәк итергә яратҡан был йыртҡыс күберәк тәлмәрйен, кеҫәртке тота, ҡош-ҡорт ояларын туҙҙыра.
Тағы бер үҙенсәлеге бар: ҡыш йоҡоға тала, ләкин йоҡоһо һаҡ, өҙөк-өҙөк була. Кешегә ҡарата әйтелгәнсә әйтһәк, ҡыш буйы серем итә. Яҙҙың тәүге нурҙары ерҙе йылыта башлағас та, һунарға сыға.
Көсөкләү, ҡыш йоҡоға талыу өсөн ағас ҡыуыштарын, ташландыҡ өңдәрҙе һайлай. Бер юлы бишкә саҡлы көсөк табырға һәләтле. Улары, эт ғаиләһенә ҡараған башҡа йәнлектәрҙеке кеүек, “һуҡыр” булып тыуа. Күҙҙәре асылыу менән һунар ҡомары уянып, тирә-яҡтағы бөжәктәргә “һөжүм” итә башлайҙар.
Башҡортостанда тәүҙә янут эте Ағиҙел йылғаһының урта өлөшөндә таралһа, хәҙер иһә уны Белорет, Бөрйән яҡтарында ла осратырға мөмкин. Бигерәк тә ул төньяҡ-көнсығыш райондарҙа күпләп үрсене. Беҙҙә быға ҡараш төрлөсә. Ҡайһы бер белгестәр үрсетеү яҡлы. Сәнәғәт өсөн дә отошло тармаҡ һанала: тиреһе әллә ни ҡиммәт булмаһа ла, унан тегелгән әйберҙәр йылы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә был тармаҡ менән шөғөлләнеүселәр юҡ тиерлек. Икенсе төркөм ғалимдарҙы, тәбиғәт һаҡсыларын башҡа нәмә борсой: янут эте ҡотороу сиренә тиҙ бирешә, трихинеллез ауырыуын йөрөтә, күп осраҡта шуның сығанағы булып тора. Өҫтәүенә ҡош-ҡорт йомортҡаларын, ҡошсоҡтарҙы күпләп ашай, тип тә хәүефләнә һуңғылары.
Нисек кенә булмаһын, урман эте беҙҙә үрсене һәм республика фаунаһында үҙ урынын таба.