Ҡырмыҫҡалар нисек һөйләшә?28.08.2018
Ҡырмыҫҡалар нисек һөйләшә?Беҙ, кешеләр, үҙебеҙҙе генә аҡыллы тип һанайбыҙ. Йәнәһе, уйлай ҙа беләбеҙ, һөйләшәбеҙ ҙә. Ә бит тәбиғәттә бөтә йән эйәһе лә аралаша, ҡырыҫ шарттарҙа йәшәй, ишәйә ала икән, тимәк, аҡылдары ла үҙҙәренә етә. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡаларҙы ғына алайыҡ.

Японияның Хоккайдо утрауында белгестәр, был бәләкәй генә йән эйәләрен тикшереп, иҫ киткес асыш яһаған. Баҡһаң, ундағы 45 мең ҡырмыҫҡа иләүенең һәр береһе бер квадрат метр майҙанды алып тора икән, ә иң ҡыҙығы — улар ер аҫты юлдары аша бер-береһе менән тоташҡан. Тимәк, аралашып тереклек итәләр!
Ғөмүмән, ҡырмыҫҡаларҙың үҙҙәренә генә хас теле бар. Улар бер-береһен ҡурҡыныс янағанда иҫкәртә, аҙыҡты ҡайҙан һәм ҡасан әҙерләргә кәрәклеген аңлата. Белгестәр әйтеүенсә, телдәрен феромон тигән химик матдә алмаштыра икән. Йөрөгән саҡта күҙәтеүсе ҡырмыҫҡа (“вазифа” буйынса улар төрлө төркөмгә бүленә) феромонлы эҙ ҡалдырып бара. Әйткәндәй, төрлө “һүҙ”гә (шартҡа) төрлө феромон тура килә. Шундай эҙҙәрҙе күреүгә, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә мөһим мәғлүмәт ала һәм ни эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай.
Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: феромон еҫенә айырым бер төркөм ҡырмыҫҡалар ғына иғтибар итә. Бүтәндәре башҡа телдә аралаша. Хатта үлгәндәре лә феромон бүлә икән. Шуға эшсе ҡырмыҫҡалар уны тере һымаҡ күрә. Тик еҫе килә башлағас ҡына (үҙенсәлекле һелте бүленә), уны “ҡәбер­лек”кә сығаралар. Әгәр ошо һелтегә тере ҡырмыҫҡа буялһа, уны ла ҡыуалар, башҡаса иләүгә индермәйҙәр. Тик химик матдәнең еҫе бөткәс кенә, ул башҡаларға ҡушыла ала.


Вернуться назад