Ҡотлайбыҙ!10.05.2012
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Абдуллинаны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында Көсөкбаевтар ғаиләһендә донъяға килә. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Әле ул РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалында инглиз теленән уҡыта. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте “РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре” исеме менән билдәләнде.
Ҡәҙерле атайыбыҙ Байрас Абдуллин менән татыу ғаиләлә бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтерҙе улар. Атайыбыҙ Өфө юридик институтында хәрби тынлы оркестр ойошторҙо һәм етәкселек итте. 25 йыл бергә бәхетле ғүмер кисереп, әсәйемә бағышлап бик күп йырҙар ижад итте. “Әлдә һин бар әле донъяла” йырын кемдәр генә белмәй!
Атайыбыҙҙы юғалтҡас та әсәйебеҙ өс баланы аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс тапты, уның иҫтәлегенә йырҙарынан торған диск сығарҙы, хәтер кисәләре уҙғарҙы.
Бөгөн Рәйсә Әхмәт ҡыҙы улы Алмас (юрист), ҡыҙҙары Гөлназ менән Алина (иҡтисадсылар), ейән-ейәнсәрҙәре Таһир, Әминә, Данилдың уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Бергә саҡтарҙа тәмле-тәмле ризыҡтары менән һыйлай.
Ҡәҙерле әсәй, өләсәй! Ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма.
Иң изге теләктәр менән улың Алмас,
ҡыҙҙарың Гөлназ, Алина, киленең Юлиә,
кейәүең Дамир, ейәндәрең Таһир, Әминә, Данил.


Вернуться назад