Ейәндәребеҙ сүплектә йәшәмәһен28.08.2018
Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа юҡ. Яуһа, көрәр ҙә торор инек. Былай юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып бер булаһың”. Ысынлап та, ҡар иреү менән юл ситтәренә ҡараһаң, иҫең китә, урман һыҙаттарын әйтеп тораһы ла түгел: ҡайҙа ҡарама – пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар… Нимә генә юҡ!

Полиэтилен ғилләһе

Ярай әле юл буйҙарын миҙгеленә бер-ике тапҡыр йыйып сығалар. Элегерәк ауылдарҙа хатта мәктәп балаларын сығара торғайнылар, хәҙер ауыл хакимиәтендә махсус кеше яллайҙар. Нисек кенә булмаһын, ҡалаларҙа тәртип бар әле: тотош системаға ҡоролған коммуналь хужалыҡтар эшләй, был йәһәттән башҡа ойошмалар ҙа теләктәрен белдерә. “Комсомольская правда”ла (2016 йыл, 30 октябрь) былай тип тә яҙылғайны: “Киләһе йылдан коммуналь ҡалдыҡ­тарҙы йыйған һәм эшкәрткән өсөн махсус төбәк операторҙары яуап бирәсәк. Уларҙы конкурс нигеҙендә һайлая­саҡтар. Ә беҙҙең сүпте таҙартҡанға түләүҙәр асыҡ күренеп торһон өсөн айырым “юл” өҫтәләсәк. Ул тармаҡты ҡарау һәм йүнәтеү түләүҙәренә индереләсәк”. Белмәйем, был “юлдар” ҡаланы ни саҡлы таҙа тота алыр, әммә шуныһы ғына билдәле: үҙгәрештәр квитанцияларҙа ғына түгел, кешенең үҙендә булмай тороп, был тәңгәлдә хәл яҡшырмаясаҡ.

Йыйыштырған ерҙә таҙа түгел, сүпләмәгән ерҙә таҙа булғанын аңларға ваҡыт та бит. Шунан һуң, дөйөм таҙалыҡҡа килгәндә, нисек кенә булмаһын, элек беҙ полиэтилен менән пластмасса һауыттарына батып ятмай инек. Был йәһәттән эшен башлап ҡына торған бер эшҡыуарҙың һүҙҙәрен килтерге килә. “Икмәкте һатыуға полиэтилен тоҡсайға һалып сығарырға ҡушалар. Бысранмаһын, йәнәһе. Күҙ алдына килтерәһеңме: мейестән генә сыҡҡан йылы ҡаласты – полиэтиленға!” – тип өҙгөләнгәйне ул. Күҙ алдына ғына килтереү түгел, көн дә быға шаһитбыҙ: магазин кәштәләренә икмәк һыуынып та бөтмәй килеп етә. Полиэтилен тоҡсайға һалғандан һуң ярайһы ғына ваҡыт үтһә лә.

Булмаһа, һүҙебеҙҙе полиэтилен, пластик һауыттарҙың кеше организмына, тирә-яҡ мөхиткә ниндәй зыян килтереүенә күсерәйек. Полиэтилен тоҡсайҙар, пакеттар бынан 80 йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә бар донъяға таралған. Хәтерегеҙҙә булһа, элек хужабикәләр уларҙы бер нисә тапҡыр ҡуллана, улай ғына ла түгел, йыуып, елләтергә элеп ҡуя торғайны. Ҡәҙерле ине, ләкин хәҙер “ҡәҙере” китте: ҡалын, ныҡлыларын бер тапҡыр ҡулланыу өсөн алынғандары алыштырҙы. Хәйер, ҡайһыһы булһа ла, файҙаһынан ҡарағанда зыяны күберәк. Хатта күп кенә түгел, ҡот осҡос күп. Уртаса алғанда, бер пакетты 20 минут самаһы ғына файҙаланалар, ә сереүе быуаттан аша. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, айырым төрҙәре хатта 200 йылдан күберәк ята. Шул уҡ, белгестәр әйтеүенсә, пластик һауыттарҙы, полиэтиленды серетеүсе бактерия тәбиғәттә юҡ. Эйе, хәҙер был эште тиҙләтеү өсөн айырым матдәләр ҙә ҡушып ҡарайҙар. Шулай ҙа полиэтилен, пластик һауыттарҙы яндырып ҡына юҡ итеп була, ләкин яндырған саҡта ағыулы газ барлыҡҡа килә. СО (һөрөм) кеше организмы өсөн ҡурҡыныс.

Дөрөҫ файҙалан

Экологтар йәмәғәтселектең, ил етәкселәренең иғтибарын йәлеп итеү өсөн ни генә эшләмәй, ләкин уларҙы ишетеүсе аҙ. “Пластикка ҡаршы һөжүм” юҡтан башланмаған. Мәҫәлән, донъяла, яҡынса иҫәпләүҙәренсә, 8,3 миллиард тонна пластик етештерелгән. Шуның яртыһы – һуңғы ун йыл эсендә. Ҡулланғандан һуң һауыттарҙың туғыҙ проценты ғына ҡабат эшкәртелә, 12 проценты яндырыла, ҡалған 73 проценты сүп-сар өйөмдәренә оҙатыла.

Полиэтилен пакеттарҙың, пластик шешәләрҙең йылға-күлдәребеҙҙе бысратыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уны һәр беребеҙ күреп белә. Донъя кимәлендә был йәһәттән экологияға килтерелгән зыянды Тымыҡ океандағы “Сүп утрауы” миҫалында ла күрергә мөмкин. Был “утрау” нәҡ полиэтилен, пластик, полипропилен һәм башҡа шундай бик тиҙ үк сереп бармаған әйберҙәрҙән хасил булған. Бөтә сүп ҡатнашмаһы ҡушылып, Япония менән Төньяҡ Америка араһының яртыһына тиерлек һуҙылған, имеш. Эль-Ниньо ағымы 1,5 мең километрғаса төрлө пластик ҡалдығын ағыҙа, бергә уҡмаштыра. Ғалимдар билдәләүенсә, “утрау”ҙа 100 миллион тоннанан ашыу пластик сүп йыйылған. Шуларҙың 80 проценты ярҙан һыуға эләкһә, 20 проценты караптарҙан ташлана. “Утрау” һис тарҡалырға “теләмәй”, ҙурая, киңәйә генә. Уның майҙаны – 700 мең квадрат километрҙан ашыу. Ҡайһы береһе уны Техас штаты ҙурлығына тиңләй.

Йыл һайын донъяла 60 миллиард тонна пластик етештерелеп, биш проценты ғына юҡҡа сығарыла йәки утилләштерелә. Был билдәле, әммә Италияның “Baima Sri” компанияһы етештергән утилләштереү техникаһы бар донъя илдәренә нисек етһен инде? Әйткәндәй, Рәсәй шарттарында нәҡ ошондай машиналар кәрәк икән. Шарттарында тигәндән, бында тәбиғәтте күҙ уңында тоторға ярамай. Ә беҙҙең сүпте, эйе, сүпте. Күпселек илдә полиэтиленын – полиэтиленға, сепрәген – сепрәккә, ҡағыҙын ҡағыҙға айырып йыялар. Шуға уларҙы утилләштереү еңел. Ә беҙҙә бөтә сүп бергә. Италияның алда телгә алған машинаһы нәҡ беҙҙең ҡалдыҡтар өсөн тиерһең – барыһын айыра ала, имеш.

Полиэтилен сүптәрҙең тирә-яҡ мөхиткә зарары тураһында яҙғанда, йыл һайын бер миллионға яҡын ҡоштоң, 100 меңләп диңгеҙ йәнлегенең үлеүе хаҡында ла әйтергә кәрәктер.

Дөрөҫ файҙаланмағанда, полиэтилен кеше организмы өсөн бик зарарлы матдәләр бүлеп сығара. Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ғалимдары билдәләүенсә, бының яман шеш, бауыр, түлһеҙлек, аллергия ауырыуҙарына ла килтереүе ихтимал. Шуға “һалҡын” ризыҡ, эсемлектәр өсөн сығарылған полиэтилен һауыттарға эҫе, йылы аш-һыу һалырға, ҡайнар сәй яһарға ярамай. Полипропилен (РР) һауыттарға 100 градус эҫелектәге ризыҡ та һалып була, ләкин улар алкоголле йәки химик элементтар ҡушылғандарға яраҡһыҙ. Был элементтар менән пропилен ҡатнашһа, фенол йәки формальдегид бүленә. Ә улар – бауырҙан, бөйөрҙән тыш, күҙҙәр өсөн дә зарарлы ағыу.

Ейәнеңде тәртипкә өйрәт

Беҙ өйрәнгән полиэтилен этилен газын полимерлаштырыу ысулы менән яһала. Ул ике төрлөгә бүленә: юғары һәм түбән баҫым аҫтында эшләгәндәр. Тәүгеһендә продукция юғары сифатлы, йомшаҡ, һығылмалы булыуы менән айырыла. Һауала киптерелгән гранулаларҙан яһағанда, юғары баҫым аҫтында төрлө зарарлы матдәләр мөмкин тиклем күберәк һығып сығарыла. Бындай полиэтилен аҙыҡ-түлек төргәндә, һалғанда файҙаланыла. Шуныһы мөһим: продукция иң тәүге сеймалдан ғына яһалырға тейеш.

Полиэтилен үҙе лә өс төргә бүленә: ҡапҡа төрөү (ҡоро аҙыҡ-түлек төрөүгә, һалыуға тәғәйенләнгән), “термоусадочная” (емеш-еләк, йәшелсә һаҡлау өсөн) һәм парниктар өсөн. Һуңғыһының сифаты насар. Ул ҡояштың ультрафиолет нурҙарына, һыуға тиҙ бирешә. Шуға йәшелсә үҫтереү осорона ғына етә.

Полиэтилен ҡулланыуҙа төрлө илдәр төрлө сик булдырған. Мәҫәлән, АҠШ-та ҡағыҙ пакеттар ҡуллана торған ерҙә пластик һауыттар “эшкә егелһә”, ҙур штраф һалына. Ҡытайҙа 2008 йылдан 0,025 миллиметрҙан ҡалыныраҡ пластик һауыттар сығарыу тыйылған. Ирландияла һәр пакет өсөн 10 процент һалым түләнә. Францияның Милли йыйылышы бөтә төр зарарлы матдә булған пластик һауыттарҙы тыйған закон сығарған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ үҙебеҙ ҙә уйламайынса файҙаланған тоҡсайҙарҙы ҡайҙа етте шунда ташлайбыҙ. Ҡалаларҙа был тәңгәлдә күпмелер эш барһа, ауылдарҙа иһә һаман барыһы эргә-тирәләге сүплектәргә ҡайтып ҡала. Күп ерҙә уларҙың ҡарауһыҙ икәнен иҫкә төшөрһәк, тағы ла насарыраҡ икәненә инанабыҙ. Һуңынан полиэтилен тоҡсайҙар, пластик һауыттар йыш ҡына сүплек сиктәрен үтеп, ел ыңғайына тәгәрәй. Рәсмиҙәрҙән тыш, яҡындағы соҡорҙар күптән ошо уҡ ҡыйлыҡтарҙың “туғаны”на әйләнгән.

Белмәйем, коммуналь түләүҙәргә яңы “юлдар” өҫтәү, ауыл хакимиәт­тәренең өҫтәмә йыйған аҡсалары, яңынан-яңы ойошмалар асыу ғына ярҙам итерме, әгәр ҙә үҙебеҙҙең башта “Туҡта, балаңды, ейәнеңде сүплектә йәшәтмә!” тигән уй булмаһа...

Дөрөҫ файҙаланмағанда, полиэтилен кеше организмы өсөн бик зарарлы матдәләр бүлеп сығара.


Вернуться назад