Атайҙарға арҡаланабыҙ28.08.2018
Заман балалар баҡсаһында эшләгән һәр педагог тәрбиәселәргә генә түгел, ә ата-әсәләргә лә тәрбиәүи мәсьәләләрҙе бергә атҡарырлыҡ теләктәш булып тора. Быға өлгәшеү өсөн ике яҡтың тигеҙ хоҡуҡлы һәм бер бөтөн булып эшләүе зарур. Ошо йәһәттән “Айыуҡай” балалар баҡсаһында уртаҡлашыр тәжрибә етерлек. Беҙҙә ойошторолған Атайҙар ҡоро – шуға асыҡ миҫал.

Ике йылдан ашыу эшләп килгән ҡор атай абруйын үҫтереү, уға ҡарата ихтирам тәрбиәләү, ата-әсәлә үҙ ғаиләһе һәм йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойғоһон нығытыу маҡсатында ойошторолдо. Тотош ил алдына килеп баҫҡан мәсьәлә беҙҙә шулай дәррәү күтәреп алынды. Ҡорҙо ойоштороу ҡарары баҡсабыҙҙа уҙған атайҙар конференцияһында ҡабул ителгәйне. Унда мәсьәләләрҙе айырым түгел, ә уртаға һалып һөйләшеүҙең, йөктө бергә тартыуҙың бала тәрбиәләүҙә мөһим шарт икәнлеге билдәләнде. Һәр төркөмдән күмәк бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаилә башлыҡтары ҡор ағзаһы итеп һайланды, рәйес тәғәйенләнде. Эш атайҙар ҡоро положениеһына һәм планға ярашлы алып барыла. Бурыс күп яҡлы: баҡсала уҙған сараларҙы ойоштороуҙа ярҙамлашыу, биләмәне һәм бинаны төҙөкләндереү, кескәйҙәр өсөн кәрәк-яраҡ алыуға өҫтәмә ярҙам йәлеп итеү.

Хәҙер беҙҙә бер сара ла көслө заттарһыҙ үтмәй, улар гел иғтибар үҙәгендә. Һәр төркөмдә атайҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙғарыр алдынан тәрбиәселәр уларҙың әүҙемлегендә шикләнеп тә ҡуйғайны. Борсолоуҙар юҡҡа булған. Малайҙар һәм атайҙар араһында шашка турниры, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған викторина, баҡса биләмәһендә өмә яһау, уландарға көс һәм таһыллыҡта үрнәк күрһәтеп ярышыу, бала тәрбиәләү буйынса белемде үҫтереү кеүек сараларҙа ғаилә башлыҡтары ихлас ҡатнашты.

Быуындар бәйләнешен нығытыу, олатайҙар­ҙың тәрбиә алымын уртаҡлашыу маҡсатында баҡсабыҙҙа “Атай, олатай, ейән” тигән йөкмәт­келе сара үтте. Унда ғаиләләр ырыу шәжәрәһе менән таныштырҙы, ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡуйҙы, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Үҙ-ара аралашыуҙың, кәңәш ҡороуҙың ир-азамат­тар өсөн үтә танһыҡ икәненә инандыҡ. Байрам аҙағында бер олатай хатта таянып килгән таяғын ситкә ырғытып, бейергә төшөп китте!

Ир-атҡа бала тәрбиәләү йәһәтенән кәңәштәр бирергә, педагогик белемдәрен үҫтерергә ынтылабыҙ. “Атай – ғаилә нигеҙе”, “Ризаитдин Фәхретдин уҡыуҙары”, “Нисек итеп ул тәрбиәләргә?” тигән һәм башҡа темаларға консультацияларҙа күп һорауҙар ҡарала.

Ҡор ағзаларының матди ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ ҙур. Улар уйынсыҡтарҙы, төрлө йыһазды йүнәтеп тора, дәррәү өмә яһай. Хәҙер яҙлы-көҙлө ҡырҡҡан ағасты сығарыу өсөн унлаған йөк машинаһын эҙләп йөрөргә кәрәкмәй — был бурысты ла атайҙар үҙ өҫтөнә алды.

Донъя дилбегәһен атайҙарға тапшырып, йөктө бергә тартыу балалар баҡсаһының эшен күпкә һөҙөмтәлерәк итә. Ир-ат абруйын үҫтереү йүнәлешендә артабан да эшләйәсәкбеҙ.


Вернуться назад