Мәҡсүттең маҡсатлы Әлимбаевтары28.08.2018
­Мәҡсүт ауылында Азалия менән Урал Әлимбаевтар өс ул үҫтерә. Раян, Баязит һәм Байрас — ата-әсәһенең киләсәге һәм ныҡлы таянысы. Малайҙарҙың кемеһенеңдер аунап уйнар сағы булһа, Раян инде ҡул араһына инеп өлгөргән. Был ғаиләгә һоҡланып туйғыһыҙ.

Әлимбаевтар өйләнешкәс тә мал үрсетеп донъя бөтәйтә. Башта күпләп һыйыр аҫраһалар, хәҙер Эдельбай тоҡомло ҡуй һа­ры­ғына күскәндәр. Эш алға китеү­ҙә район тарафынан күрһәтелгән ярҙам ҙур мәғәнәгә эйә.

– Фермерҙарҙың башланғысы хупланып тора. Беҙгә, мәҫәлән, йәш эшҡыуарҙарға тәғәйен программа нигеҙендә 200 мең һумлыҡ грант бүленде, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Урал.

Был суммаға фермер тоҡомло һарыҡ алып ҡайтҡан, үҙ көсө менән ике трактор һәм бесән эшләү, мал бағыу өсөн төрлө ҡорамал һатып алған. Һарыҡтар ишәйгәс, һуйып та, нәҫелде үрсетеү өсөн дә һаталар.

Атаһының һәр эшендә ма­лайҙар ихлас ҡатнаша. Көтөү көтөшә, бесән әҙерләшә, ауыл­дың шәжә­рәһен өйрәнә, мәсеткә лә бергә йөрөй улар. Урал – диндар кеше. Балалары рух, иман һәм хеҙмәт нигеҙендә тәрбиәләнә. Ҙур хужа­лыҡты иҫәпкә алғанда, киләсәктәре лә хәстәрле. Ғөмү­мән, ауылда йәш ғаиләләргә ярҙам да, мөмкинлек тә бар, маҡсат ҡына булһын.


Вернуться назад