Балалар өлөшөнә кем төшә?28.08.2018
Рәсәй Пенсия фонды “Әсәлек (ғаилә) капиталы” программаһының нисек бойомға ашырылыуын һандарҙа күрһәтте. Программа эшләй башлағандан, йәғни 2007 йылдан алып Рәсәй ғаиләләренә 8,7 миллион сертификат тапшырылған, бүленгән аҡса күләме 2,17 триллион һумдан ашҡан. Ғаиләләрҙең күпселеге әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән. Быйыл тәүге алты айҙа ошондай мөрәжәғәт буйынса 322,1 мең ғариза ҡәнәғәтләндерелгән, уларға 134,3 миллиард һум йүнәлтелгән.

Ҙур аҡсалар әйләнгән өлкәлә “түгелгәндән ялап ҡалайым” тип йөрөүселәр шунда уҡ табылды. Быға инаныр өсөн тирә-яҡтағы иғландарға күҙ һалыу ҙа етә. “Әсәлек капиталын һатып алабыҙ”, “ҡулаҡсаға әйләндерәбеҙ” тигән яҙыуҙарҙың бағана һайын эленеп тороуы дәүләт ярҙамының ҡайһы берҙә законһыҙ үҙләштерелеүе хаҡында һөйләй. Илдең яҙмышын, балаларҙың киләсәген хәстәрләп бүленгән аҡсаға кемдәр кинәнә?

“400 мең һум тотторабыҙ”

Иғландарҙа күрһәтелгән телефон һандарын йыйып, Әсәлек капиталын тере аҡсаға әйләндереү ысулдарын һораштыҡ. “Беҙ һеҙгә йорт һалыу өсөн 15 сутый бирәбеҙ. Һуңынан һеҙ уны һатып, аҡсаға әйләндерә ала­һығыҙ”, – тип аңлаттылар. “Ер Өфө эргәһенәнме?” – тип төпсөнәбеҙ. Ҡар­иҙел, Асҡын, Бишбүләк, Әлшәй кеүек алыҫ райондарҙы тәҡдим итә­ләр. Интернет селтәрендәге иғландар сайтына күҙ һалһаҡ, аталған төбәк­тәрҙә15 сутый ер 150 – 200 мең һум тора. Был осраҡта ата-әсә ике-өс тапҡырға отола. Унан тыш, суд алдында яуап биреүҙәре ихтимал.

Икенсе һандарҙы йыйғас, үҙҙәре әйтмешләй, “биш йыллыҡ стажы бул­ған бик ышаныслы” күсемһеҙ милек агентлығына юлыҡтыҡ. “Сертификатты һәм документтарығыҙҙы тотоп киләһегеҙ ҙә банкка барып, төҙөлөш өсөн займ юллайһығыҙ. Артабан күп функциялы үҙәккә ғариза тапшыраһығыҙ. Шул көндә үк ҡулы­ғыҙға 400 мең һум аҡса аласаҡһығыҙ. Күрһәткән хеҙмәттәр өсөн поручи­телгә — 18, агентлыҡҡа 35 мең һум түләнә”, – тип мутлашыу ысулын аңлаттылар. Банктарҙың исемен аныҡ ҡына әйтмәнеләр. “Хәҙер күбеһе беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә”, – тип яуап бирҙеләр. “Әгәр Пенсия фонды банкка аҡса күсермәй ҡуйһа?” – тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Ышаныслы итеп һөйләүҙәрен дауам итәләр: “Төҙөлөш өсөн займ алыу – сертификатты ҡулаҡсаға әйләнде­реүҙең берҙән-бер ысулы. Был эш законға ярашлы башҡарыла, шуға Пенсия фонды банкка аҡсаны күсе­рергә бурыслы буласаҡ”. “Һуңынан прокуратура займға төҙөлгән йортто таптырып, балаларҙың хоҡуғын яҡ­лап йөҙәтмәҫме?” – тип ныҡышабыҙ. “Юҡ, – ти әңгәмәсебеҙ иҫе китмәй генә, – йортто ҡасан һалып бөтөү — һәр кемдең шәхси эше. Ғүмер буйы төҙөргә хаҡығыҙ бар”.

Хәйләкәр риэлторҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләргә йәнә мөһим бер мәғлүмәтте әйтмәй ҡалдыра. Мутлашыу осрағы асыҡланһа, әсә кешегә иркенән мәхрүм ителеү янаясаҡ, һәм ул дәүләт бүлгән аҡсаны кире ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ, тип иҫкәртергә “онота” улар.

Әсәлек капиталын тере аҡсаға әйләндереүҙең тағы бер ысулы киң таралған. Ул — туғаныңдың йортон һатып алыу һәм уның иҫәбенә күскән аҡсаны ҡулға төшөрөү. Йышыраҡ бындай килешеүгә капитал хужаларының ата-әсәһе риза була. Балаларына “юҡ” тип әйтә алмаған, уларға нисек тә ярҙам итергә теләгән ололар башта шул рәүешле торлаҡҡа хоҡуғын юғалтыуын төшөнөп етмәй. Аҙаҡтан ғүмер буйы бөртөкләп йыйған донъяларына аяҡ баҫа алмайынса, икенсе балаларына һыйынырға йәки фатир яллап йәшәргә мәжбүр булғандар ҙа осрай. Ҡайһы берҙәре үҙ өйөндә йәшәп тә, ҡасан килеп бушатырға ҡушырҙар, тип көн-төн уйланыуҙан сиргә һабыша. “Бирмәһәң — бер яман, бирһәң — мең яман” тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар.

Өлкәндәр урлай, балалар илай

Тәүҙә Әсәлек капиталын торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөүгә, әсәнең буласаҡ пенсияһы иҫәбенә индерергә йә балаларҙың уҡыуы өсөн түләүгә йүнәлтергә мөмкин ине. Был барлыҡ ғаиләләрҙең дә ихтыяжына тура килеп бөтмәне. Берәүҙәргә сертифи­каттағы аҡса торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн етерлек булмай сыға, икенселәргә кисекмәҫтән дауала­нырға тура килә. Шулай итеп, күптәр законды урап үтергә, капиталды ҡулаҡсаға әйләндерергә ҡарар итә. Ғаиләләрҙең теләктәрен күҙ уңында тотоп, Әсәлек капиталын файҙала­ныу мөмкинлектәре киңәйтелде. Хәҙер уны мәктәпкәсә белем биреүгә йүнәлтергә, инвалид балаларҙы йәмғиәт тормошона яраҡлаштырыу өсөн тотонорға, икенсе балаға йәш ярым булғансы Әсәлек капиталы иҫәбенән айлыҡ пособие юлларға (Башҡортостанда уның күләме — 8892 һум) ла мөмкин.

Шулай ҙа сертификат хужалары араһында ҡулаҡсаға ҡыҙығыусылар кәмемәй. Балаларының киләсәге өсөн яуаплылыҡ тураһында онотоп, был аҡсаны кәйеф-сафа ҡороуға ебәргәндәр ҙә бар. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең күбәйеүе лә өлөшләтә шуға бәйле, тиергә урын бар. Рәсәй Юғары суды мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың һаны 2016 йылда — 3014, 2017 йылда 3072 кешегә еткән.

Ошо һандарҙы яҙғанда, республика дауаханаларының береһендә осратҡан ике бала иҫкә төштө. Атайҙары юҡ, өләсәһе менән әсәһе тәрбиәһендә үҫкәндәр. Әсәләре, сертификатлы булғас, үҙ әсәһенең өйөн һатып алып, кеҫәһен ҡалынайтҡан. Улар әхлаҡһыҙ тормош алып барған­ға, балаларҙы тейешенсә тәрбиә­ләмәгәнгә күрә, опека органдары вәкилдәре дүрт йәшлек ҡыҙыҡайҙы ғаиләнән алған һәм ваҡытлыса район дауаханаһының балалар бүлексәһе­нә урынлаштырған. Сабыйым сирләп киткәс, миңә лә шунда ятырға тура килгәйне.

Әсәләренә иркәләнеп йөрөгән балаларҙан был ҡыҙыҡай үҙаллы­лығы, саялығы менән айырыла. Сәйер ғәҙәте лә бар — дауахана коридорында үҫкән гөлдәрҙең япрағын ашай. Ярты йылға яҡын дауахана ризығы менән туҡланған организмға витаминдар, файҙалы матдәләр етмәгән, күрәһең. Тағы ла ул йылы һүҙгә, наҙға мохтаж ине. “Резинкам өҙөлдө, сәсемде рәтләп бир”, – тип эргәгә килде бәләкәс. “Резинка” тигәне — медицина бирсәт­кәһенең сите. Сәсен матурлап, арҡаһынан һөйөп алғас, бесәй балаһы һымаҡ, арттан ҡалмаҫ булды. Дауахана хеҙмәткәрҙәренең ни өсөн уның ме­нән ҡатҡыл һөйләшеүе аңлашылды шул саҡ — эйәләтеүҙән, эҫендереү­ҙән ҡурҡалар.

Бер көн ҡыҙыҡайҙың ун бер айлыҡ һеңлеһен дә килтерҙеләр. Уның маң­лайынан алып табанына тиклем тәне күм-күк. Әсәһе өйҙә юҡта өләсә­һе туҡ­маған, тинеләр. Әгәр ҙә “Әсәлек (ғаилә) капиталы” програм­маһында эшләнеп бөтмәгән бушлыҡ­тар ҡал­маған булһа, ошо һәм башҡа бихисап баланың яҙмышы ла хәйерлерәк булыр ине.

Хәмер һатыусыға ла “тама”

Балаларҙы өлөшһөҙ ҡалдырыу­сылар рәтенә, ата-әсәләр һәм “ҡара” риэлторҙарҙан тыш, законһыҙ рәүеш­тә араҡы һәм башҡа төр спиртлы эсемлек һатыусыларҙы ла ҡуйырға мөмкин. Улар бигерәк тә ауылдарҙа әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Татьяна Синюгина былтыр уҙғарған бер кәңәшмәһендә ата-әсәләре ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән балаларҙың йылдан-йыл күбәйеүенә борсолғайны. “2015 йыл менән сағыштырғанда, 2016 йылға уларҙың һаны алты процентҡа артҡан. Тимәк, беҙ йә мәсьәләләрҙе һуңлап хәл итәбеҙ, йә иҫкәртеү сараларын ваҡытында күрмәйбеҙ”, – тигәйне ул. Эште иң тәүҙә законһыҙ юл менән хәмер һатыусыларҙан башларға кәрәктер.

Спиртлы шыйыҡсаларҙы аҫтыр­тын таратҡандарға ҡаршы көрәште Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары араһынан беренсе булып Зариф Байғусҡаров башлап ебәрҙе. Уның ҡатнашлығында закон проекты әҙер­ләнде һәм Енәйәт кодексына, Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Һөҙөмтәлә законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыусыларға штраф күләме 30 – 50 мең һумға тиклем арттырылды, бығаса ул ике мең һум ине. Әгәр ҙә кеше бер йыл эсендә йә­нә ошо эш өҫтөндә тотолһа, уға 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләнәсәк йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштә­ренә хөкөм ителәсәк. Ҡырын эшен һаман да ташламағандарға һуңғы сара — иркенән мәхрүм ителеү янай. 

— Эскелеккә ҡаршы көрәште тик полицияның эше тип ҡарарға ярамай. Бында һәр кемебеҙ уяу булырға тейеш. Әгәр полиция эскелеккә ҡаршы сара күрмәһә, миңә хәбәр итегеҙ, – тине Зариф Байғусҡаров.

Былтыр был район халҡы депу­татҡа эскелек темаһы буйынса мөрә­жәғәт иткән. Һөҙөмтәлә һигеҙ сауҙа нөктәһенең эшмәкәрлегенә сик ҡуйылған.

Пенсия фонды иҫкәртә

“Әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндереү – енәйәт” тигән яҙыу­ҙарҙы Рәсәй Пенсия фонды күп ерҙә урынлаштырып, иҫкәртеп тора. Шулай ҙа илдең йә теге, йә был төбәгендә сираттағы мутлашыусы­ларҙың ҡулға алыныуы тураһында хәбәрҙәр йыш ишетелә. Рәсәй Юғары суды ҡарамағындағы Суд департаменты мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда Әсәлек капиталына бәйле мутлашыуҙа ҡатнашҡан 69 кеше иркенән мәхрүм ителгән, 1 202 кеше штраф түләгән йәки холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителгән.

Хәйләкәр риэлторҙар, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, ғаиләләргә йәнә мөһим бер мә­ғлү­мәтте әйтмәй ҡалдыра. Мутлашыу осра­ғы асыҡланһа, әсә кешегә иркенән мәхрүм ителеү янаясаҡ, һәм ул дәүләт бүлгән аҡсаны кире ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ.


Вернуться назад