Бөгөндән йәшәй башла, иртәгәгә ҡалдырма28.08.2018
Иглин районы ветерандар ойошмаһының секретары Флүзә Хәкимованы төбәктә белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Уны “көмөш” ирекмән тип тә, өлкәндәрҙең тормошон төрлө сағыу буяуҙарға манып, йәшәйештәрен ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк итергә ынтылыу­сы, алсаҡ, ярҙамсыл кеше тип тә беләләр.

Хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары­ның, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының почетлы билдәһе менән бүләкләнгән етмеш йәшлек ханымдың йылдар буйы тупланған тормош тәжрибәһенә, аҡыл менән һәр нәмәне үлсәп, фекер ҡеүәһенә таянып эш итеүенә Иглин халҡы өйрәнгән инде. Өлкәндәрҙең ышаныслы кешеһе ул Флүзә Нурулла ҡыҙы. “Көмөш” йәштә яңы тормош башлап буламы, тигән һорауға ла яуап бар. Әлбиттә, була! Әммә ул эште көн һайын иртәгәгә ҡалдырһаң, аҙна аҙағында “ярар, дүшәмбенән башлармын” тип йәнә һүҙ бирһәң, аҙаҡ үҙеңде йыуатҡыс вәғәҙәгә әүрәгәнеңде аңларһың. Дүшәмбе артынан – дүшәмбе, ай артынан ай үтеп кенә торор, яңы тормош баш­ларға һуңлап ҡуймағайың…

– Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осрап тороуына ҡарамаҫтан, тормошто яратам. Заманында иген культураларын эшкәртеү буйынса махсуслашҡан шәхси предприятиела агроном булдым, иҡтисад факультетын тамамланым. Әммә рухым буйынса мин – төйәгемдең үткәне менән ҡыҙыҡһын­ған патриот. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ун йыл буйы тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү музейы директоры булып эшләнем. Ҡулда бер экспонат та булмаған хәлдә эшкә тотонорға нисек баҙнат иткәнмендер, әле лә хайран ҡалам, – ти хеҙмәт ветераны.

Ул осорҙа музейҙың ишектәре һәр кемгә асыҡ була: өләсәй-олатайҙар ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп алып килә. Күрше ауылдарҙан балаларҙы экскурсияға йөрөтәләр, һуғыш һәм тыл ветерандары менән тулҡынлан­дырғыс осрашыуҙар үтә. Флүзә Нурулла ҡыҙы ата-әсәһенең кесе ҡыҙҙарының береһенә никахҡа бүләк иткән ҡәҙерле, иҫтәлекле килен һандығын да музейға үҙ ҡулдары менән тапшыра. Ғаилә ҡомартҡыһы тетрәндергес йылдарҙы, матур хәти­рәләрҙе үҙендә һаҡлай. “Һеҙҙең ме­нән бөгөн әллә күпме ваҡиғаларҙы күңелдән үткәрҙем. Юҡһыныу, юғал­тыу, иҫкә алыу, йөрәкһенеү тойғо­ларын кисерҙем. Бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булдым, әйтерһең дә, иҫке хикмәтле һандыҡты асып, эсен­дәге оҙаҡ ятҡан әйберҙәрҙе саф һауа­ла елләттем. Еңел булып ҡалды”, – ти ветеран.

Флүзә Нурулла ҡыҙының ата-әсәһе 69 йыл бергә йәшәп, өс ай ғына айырма менән вафат була. Бер-береһен тәүге тапҡыр туйҙа ғына күргән кәләш менән кейәүҙең оҙаҡ йылдар татыу донъя көтөүенә һоҡланырға ғына ҡала. Әйткәндәй, трофей һандыҡты Флүзә Нурулла ҡыҙының олатаһы I Бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң Германиянан алып ҡайтҡан. Унда һаҡлан­ған боронғо шаршау ҙа музей­ҙың ҡиммәтле табышына әйләнгән.

– Әүҙем тормош башларға бер ҡасан да һуң түгел, – тип иҫәпләй әңгәмәсебеҙ. – Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты проектында ҡатнашыу­сылар менән танышһағыҙ, был һүҙ­ҙәр­ҙең дөрөҫлөгөнә нығыраҡ инаныр­һығыҙ. Ололар сәхнәлә бейей, йырлай, тамашасы һөйөүен яулай, дипломдарға, бүләктәргә лайыҡ була, ижад өлгөләренән күргәҙмәләр ойоштора, белемдәрен камиллаштыра, спорт менән шөғөлләнә... “Көмөш” йәштә физкультура күнекмәләре айырыуса файҙалы, сөнки организмдағы үҙгәрештәрҙең сирҙәргә алып килеү ихтималлығын кәметеү, иҫкәртеү саралары кәрәк.

Өйҙә бикләнеп ултырырға ғәҙәт­лән­гән пенсионерҙарҙы ла “уятыр­лыҡ” саралар табылып тора. Өлкән­дәр өсөн халыҡ университеты үткәр­гән форумға сепрәк ҡурсаҡтар әҙер­ләп алып килгән Фәрзәнә Зәйнуллина, төрлө таҫмалар менән картиналар “яҙған” Флүрә Тарасенко – быға асыҡ миҫал. Башҡалар ҙа, яңғыҙлыҡтан ҡасыпмы, бер-береһенә һыу тамсы­һындай оҡшаған бер үк төҫтәге моң­һоу, эс бошорғос көндәрҙән төңө­лөп­мө, үҙҙәре үк клубтарға килә. Мәҫә­лән, Үктәй ауылы ҡатын-ҡыҙ­ҙары сәхнәлә йырларға теләүен белдерә. Шулай итеп, “Аҡ ҡалфаҡ” ансамбле булдырыла, матур сәхнә кейемдәрен үҙҙәре тегеп кейә һәүәҫкәрҙәр.

Күрше Нуриман районы пенсио­нерҙары менән дә аралашып йәшәй Иглин ветерандары. Яңыраҡ, “ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигәндәй, уларҙы Яңы Күл ауылында хөрмәтләп йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡла­шыу, Башҡортостандағы иң ҙур Павловка ГЭС-ында булыу, районға исеме бирелгән революционер Баһау Нуриманов һәм Бөйөк Ватан һуғы­шында һәләк булған яугирҙәр иҫтә­легенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Үҙәк район китапханаһында өлкән­дәр өсөн “Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары” темаһына үткәрелгән семинар ветерандарҙың күңеленә айырыуса хуш килде. Пенсионерҙар менән педагогия фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Екатерина Савельева эшләне. Сарала ҡатнашыусылар, өс команда­ға бүленеп, шифалы үләндәрҙе еҫе буйынса асыҡланы, тәбиғәт ҡомарт­ҡыларын һүрәттәргә ҡарап билдәлә­не, йәшеллек хаҡында йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө. Тәмле-татлы приздар алыу ҙа күңелле булды. Флүзә Нурулла ҡыҙы әйтеүенсә, мауыҡтырғыс саралар, фәһемле кисәләр, осрашыуҙар киләсәктә лә даими үткәреләсәк.

“Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Нисә йәштә булыуың эшкә ҡамасауламай”, – ти ветерандар ойошмаһы секретары. Моғайын да, ул хаҡлылыр.


Вернуться назад