“Беҙҙең урамда ла байрам булыр”28.08.2018
Район үҙәгенең Яңы Иглин биҫтәһе биләмәһендә, йылы ямғырҙан һуң гөрләп үҫеп сыҡҡан бәшмәктәр кеүек, бер-бер артлы ҡалҡҡан ҡупшы йорттар күҙҙе иркәләй. Ниндәй матур биҫтә буласаҡ, тип һоҡланабыҙ. Был ҡупшы йорттарҙа ниндәй бәхетле хужалар йәшәй икән?

Йорттарҙың күбеһен йәштәрҙең һалдырыуы ла мәғлүм. Баш ҡалаға бик яҡын урынлашҡан, торлаҡ хаҡы сағыштырмаса арзан булған төбәккә хатта Өфөнән, Урал аръяғынан, Мәсетле, Салауат, Хәйбулла райондарынан күсеп килеүселәр күп. Ни эшләйһең, урбанизация заманына хас күренеш, һәр кем күңел талабынан, мөм­кинлектәренән, теләгенән сығып эш итә.

– Һуңғы йылдарҙа миграция тул­ҡыны беҙгә лә һуғылды. Йыл һайын ике меңдән ашыу кеше тө­бә­гебеҙгә күсеп килә. Был насар­мы, яҡшымы һеҙҙең өсөн, тиһе­геҙме? Эшсе ҡулдарҙың артыуына шатбыҙ, әлбиттә. Тимәк, беҙгә үҫеш өсөн урын бар, – ти район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Ғабдуллин. – Балалар баҡсаларына, мәктәптәргә ихтыяж артыуы көн кеүек асыҡ. Әле бик ҙур проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Ул: “Бына ҡарағыҙ: 640 уҡыу­сыға һәм 160 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған беҙҙең мөғжизәле комплекс”, – тип макетын өҫтәлгә һалды.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан һалынасаҡ объекттар исемлегенә ингән төҙөлөштөң ҡыҙыу барғанлығын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Кисә эшкә бер аҙ ҡамасаулаған ҡойма ямғырҙан һуң төҙөлөш йәнә йәнләнгән, крандар туҡтауһыҙ эшләй.

– Киләһе йылдың 1 сентябренә, ата-әсәләрҙе һәм кескәйҙәрҙе һөйөндөрөп, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла ишектәрен асһын өсөн тырышабыҙ, – ти участка прорабы Александр Кузнецов. – Бик үҙенсәлекле комплекс, айырым спорт, аҙыҡ-түлек, медицина блоктары, китапхана эшләйәсәк.

– Ә биләмәһендә футбол, волейбол, гимнастика майҙансыҡ­тары, еләк-емеш һәм йәшелсә үҫтереү участкаһы буласаҡ! – тип шатлығын йәшермәй Шамил Робис улы ла.

Быйыл өс ҡатлы мәктәптең һәм ике ҡатлы балалар баҡсаһының стеналары күтәрелеп, ҡыйыҡтары ябылырға тейеш. Төҙөлөштөң подрядсыһы “Башнефтезаводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу, эш сифатын яҡшыртыу өсөн хәстәрлек күрә.

– Бындай ҙур уҡыу объекты буш тормаҫмы? Демография күрһәт­кестәре юғары тип маҡтанып булмай бит, – тип икеләнеүебеҙгә район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе шулай яуапланы:

– Рәсәй Президентының ике айҙан өс йәшкә тиклемге сабый­ҙарҙы яҡын киләсәктә ясле һәм балалар баҡсалары менән тәьмин итеү буйынса талаптарын яҡшы беләһегеҙҙер. Был объектты сафҡа индереү менән генә лә ул оло-ғара бурысты үтәй алмаясаҡбыҙ әле, сөнки ихтыяж мөмкинлектәрҙән ҙурыраҡ. “Йондоҙло” микрорайонында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөүҙе лә планлаштырҙыҡ. Сиратта 1570 бала тороуын иҫәпкә алһаҡ, алда күпме тынғыһыҙ, мәшәҡәтле эш көтөүен аңларға була. Сабый­ҙарын мәктәпкәсә йәштәге учреж­дениеларға урынлаштырыуҙы һораған ғаризалар әлегә артҡандан-арта ғына…

Ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың күңелдәрен елкендереп, 1 сентябрь – Белем көнө – яҡынлаша. Быйыл район үҙәгендәге дүрт урта мәктәп 4 мең уҡыусыны ҡабул итәсәк. Киләһе уҡыу йылы ла Ҡаф тауҙары аръяғында түгел. “Аҙ ғына сабыр иткәндә, беҙҙең урамда ла байрам булыр әле”, – ти иглиндәр.


Вернуться назад