Замандан алда барыу мөһим28.08.2018
Үткән аҙнала Өфө педагогтары мәғариф буйынса ҡала кәңәшмәһенә йыйылды. Һөйләшеү “Заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхите: муниципаль мәғарифты һөҙөмтәле үҫтереү мөмкинлектәре һәм перспективалары” тигән тема буйынса барҙы.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сығыш яһап, Өфөләге белем биреү өлкәһенең уңыштарын, шулай уҡ заман талаптарына ярашлы маҡсаттарҙы билдәләне. Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова иһә тармаҡта һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән үҫеш юлдарын барланы, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең юғары булыуы һәм башҡа ҡаҙаныштар нигеҙендә тәү сиратта уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте ятыуын баһалап үтте.

Өфөлә яңы уҡыу йылы алдынан бер нисә мәктәп төҙөлөп, сафҡа индерелде, шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙәре реконструкцияланды. Ҡалабыҙҙың белем усаҡтары һәр яҡлап конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы менән айырылып тора, уҡытыу сифаты, һис һүҙһеҙ, матди-техник хәл, уңайлылыҡ менән туранан-тура бәйле.

Былтыр Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән бер юлы өс мәктәп – Нуғай ауылында, Колгуев һәм “Дим-8” биҫтәләрендә – сафҡа индерелде. Улар ҡоролош, техник йыһазландырыу йәһәтенән башҡаларҙан ныҡ айырыла. Быйыл иһә баш ҡаланың 1-се мәктәбен реконструкциялау һәм Нуғайҙағы белем усағының икенсе сиратын төҙөү тамамлана. Киләһе йыл иһә тулыһынса яңыртылған 44-се мәктәптең эш башлауы көтөлә, шулай уҡ “Яркий” биҫтәһендә өр-яңы мәктәп, Максимовка ауылында балалар баҡсаһы асыласаҡ. Ҡаланың белем усаҡтары 2300 уҡыусы һәм 195 мәктәпкәсә йәштәге бала менән тулыланасаҡ.

Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтергәндә һөнәри йүнәлешкә өҫтөнлөк биреү мөһим. Ошо маҡсатҡа ярашлы инженер лицейы, профилле 19 инженер класы асылды, 20 мәктәп Рәсәй Машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған белем усаҡтары иҫәбендә.

Әле Өфөнөң 228 балалар баҡсаһында 64 мең тирәһе сабый тәрбиәләнә. Бынан тыш, лицензияһы булған 26 шәхси мәктәпкәсә учреждение бар, 102 эшҡыуар белем усаҡтарын тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алған. Баш ҡалалағы 128 дөйөм белем биреү учреждениеһына яңы уҡыу йылында 117 мең самаһы уҡыусы барасаҡ, шуларҙың 14 меңе – беренсе класҡа.

Мәғариф буйынса ҡала кәңәшмәһенең пленар ултырышынан һуң уҙғарылған фекер алышыу майҙансыҡтарында төрлө мәсьәләләр ентекле өйрәнелеп, уларҙы яйға һалыу юлдары тәҡдим ителде. Сараға ярашлы, “Заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу”, “Ғаилә йолалары”, “Балалар. Техника. Ижад”, “Өфө – яратҡан ҡалам”, “Өфөнөң мәғариф өлкәһендәге күренекле ваҡиғалар” һәм башҡа атамалар менән бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Белем биреү ойошмаларын “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһына ҡабул итеү, өлгөлө педагогтарҙы тәбрикләү тантаналары һәр кемгә күңел күтәренкелеге, дәрт-дарман өҫтәне.


Раушан ҒӘЛИМОВ, “Глобус” ижад үҙәге директоры:
– Уҡыусыларҙың үҫешендә, билдәле булыуынса, өҫтәмә белем биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ үҙәктә төрлө йүнәлештә эш алып барабыҙ. Балаларҙы һүрәт төшөрөү, вокал серҙәренә өйрәтәбеҙ, хоккей майҙансығы астыҡ, уҡ атыу күнекмәләре индерелде. Йәш быуын робот техникаһы менән дә шөғөлләнә ала. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа беҙгә ихлас йөрөй. Ғөмүмән, төп мәғариф учреждениелары менән бер маҡсатта, бер-беребеҙҙе тулыландырып эшләйбеҙ, бәйләнеште нығытыу юлдарын даими эҙләйбеҙ.


Вернуться назад