Йәш ғаиләләр социаль түләүҙе төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға файҙалана ала. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте, профилле федераль ведомствоға һылтанып, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарында ошондай норма билдәләнеүе хаҡында хәбәр итте.
– Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы яңы ҡануниәткә ярашлы, граждандарҙың аҡсаһы һаҡлана. Әгәр улар эскроу иҫәбендә булһа, был аҡсаның юғалмауы тулыһынса гарантиялана, – тине яңы документ инициаторҙарының береһе, Якушев Рәсәйҙең төҙөлөш торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев.
Бөгөн Рәсәйҙә “рәсми никахҡа ингән йәштәре 35-тән (ҡайһы бер төбәктәрҙә 30-ҙан) артмаған ир менән ҡатын” йәш ғаилә статусына эйә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың балаһы булыу-булмау мөһим түгел. Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ төҙөүгә һәм һатып алыуға социаль түләү быйыл 1 ғинуарҙан “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһына ярашлы билдәләнә.