Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда уҡыусылар һаны 12 меңгә арта. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, тиҙҙән 479 773 бала парта артына ултырасаҡ, тип белдерҙе.
Беренсе класс уҡыусылары ла арта. Быйыл 53 070 бала тәүге тапҡыр белем усағына юлланасаҡ (былтырғыға ҡарағанда 719 кешегә күберәк).
– Яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле тантаналар Башҡортостанда 1 сентябрҙә үткәрелә, ә тәүге уҡыу көнө 3 сентябрҙә буласаҡ, – тине министр.