Башҡортостанда сентябрҙең беренсе аҙнаһы йылы була. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, көҙ башында термометр бағанаһы +23 градусҡа етеүе мөмкин. Атап әйткәндә, 4 сентябрҙә ошондай һауа торошо көтөлә.
1 сентябрҙә республиканың баш ҡалаһында ямғырҙар көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +10, көндөҙ 17 градусҡа тиклем. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: төбәктә сентябрь уртаһына ҡәҙәр йылы була. Ләкин ваҡыты-ваҡыты менән яуым-төшөм һәм дауыл хаҡында иҫкәртеүҙәр фаразлана.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә һауа температураһы нормаға ярашлы (8-12 градус) була. Яуым-төшөмдөң дә нормаға яҡын булыуы фаразлана (30-70 миллиметр).