Рөстәм Хәмитов Учалы халҡын Ҡала көнө менән ҡотланы27.08.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында «Таусы» стадионында Учалы ҡалаһы ойошторолоуға 55 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе ҡала халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Ошо ике бишле ҡалабыҙҙағы йәшәү сифатын символлаштыра, – тине Рөстәм Хәмитов. – Учалыға һәр саҡ ҙур теләк менән киләм тип әйткем килә. Бына тигән, матур, бар йәһәттән дә күркәм ҡала. Ҡала халҡы, үҫеп килгән быуын да һәйбәт. Бында, Учалыла, таҙалыҡ, тәртип булыуына, яңы объекттар төҙөлөүенә, ҡаланы төҙөкләндереү етеҙ аҙымдар менән барыуына гел шатланам.

Учалы предприятиелары ышаныслы эшләй һәм һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.


– Беҙ ҡала һәм ауыл халҡының тормошо алға барһын, беҙҙә һәйбәт демография булһын, халыҡ кәмемәһен, яңы эш урындары асылһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Ҡалала һәм районда йәшәүе һәйбәт булһын өсөн, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, Учалы – һәр саҡ ошондай күркәм ҡала, ә Учалы районы республикабыҙҙың алдынғы, төп райондарының береһе булып ҡалыр тип ышанабыҙ.


Вернуться назад