Учалыла үҙәк район дауаханаһының яңы хирургия корпусы төҙөлә27.08.2018
Учалыла үҙәк район дауаханаһының яңы хирургия корпусы төҙөлә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында ошо хаҡта хәбәр итте.

– Проект бар, аҡса бүленгән. Йыл ярым – ике йыл тигәндә, яңы хирургия корпусын алырбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов, ҡала халҡы менән аралашҡан саҡта. – Был мәсьәлә хәл ителгән, ул мотлаҡ төҙөлә.

Һуңғараҡ, Учалы ҡалаһы ойошторолоуға 55 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала, төбәк етәксеһе объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын билдәләне.


– Бөгөн беҙ дауахананың яңы хирургия корпусын төҙөйбөҙ тип әйткәйнек инде. Был – ҡала һәм район өсөн кәрәкле, мөһим, күптән көтөлгән объект. Ул төҙөлөр һәм 2020 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылыр тип ышанам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – Бынан тыш, беҙ ҡала һәм ауыл халҡының тормошо алға барһын, беҙҙә һәйбәт демография булһын, халыҡ кәмемәһен, яңы эш урындары асылһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Ҡалала һәм районда йәшәүе һәйбәт булһын өсөн.


Вернуться назад