Боронғо мәсеткә – яңы һулыш24.08.2018
Боронғо мәсеткә – яңы һулышИзге Ҡорбан ғәйете Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына икеләтә шатлыҡ килтерҙе: унда республикалағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе яңынан төҙөкләндерелеп эш башланы.

Архив материалдарына ҡара­ғанда, иман йортона 1860 йыл тирәһендә нигеҙ һалына. Уны Мәккәгә барып ҡайтҡан Кирәй исемле кешенең төҙөтөүе ихтимал, ти ауыл ҡарттары. Төрлө йылдарҙа был изге урынға Мифтахетдин Аҡмулла, Мөжәүир хәҙрәт кеүек олуғ шәхестәр килеп китә. Әйткәндәй, мәсет уҙған быуат­тың туҡһанынсы йылдарында ла ремонтлана. Боронғо ҡоролошон үҙ­гәрт­мәй, ватмай, емермәй, шул килеш һаҡлай алыуҙары – үҙе оло ихтирам билдәһе. Ниғәмәт ауыл би­ләмәһе башлығы Фәниә Вахитова әйтеүенсә, иман йортоноң манара­һы­на совет осоронда ла теймәгәндәр.
Һуңғы төҙөкләндереү эштәре Рамаҙан айының тәүге көнөндә башланып, Ҡорбан ғәйетенә ҡарай тамамланған. “Изге ғәмәл, әлбиттә, кешеләрҙең ихтыяжынан сығып башҡарылды, – ти Фәниә Вахитова. – Халҡыбыҙ асылына ҡайтырға, хаҡ юлға баҫырға ынтыла. Бигерәк тә йәштәрҙең, балаларҙың Аллаһ йортона килеүе ҡыуандыра. Шанлы һәм данлы йылдарҙың тере тарихын һаҡлаған мәсет халҡыбыҙға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, аҙан тауышы яңғырап торһон”.
Мәсет бинаһы Башҡортостандың мәҙәни мираҫы булған күсемһеҙ милек объекттарын һаҡлау һәм файҙа­ланыу буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге тарафынан тергеҙелгән. Ойошма етәксеһе Динир Ғәйнуллин үҙ сығышында был иман йортоноң ҡоролошо бик дөрөҫ, теүәл икәнен билдәләне.
– Мәсет төҙөргә теләгәндәргә Түбәнге Яйыҡбай ауылы ғибәҙәтха­наһының проектын тәҡдим итәбеҙ, – тине ул. – Урындағы халыҡҡа ошо ҡиммәтле ҡомартҡыны бөгөнгәсә һаҡлап ҡалғаны өсөн ҙур рәхмәт!
Дөйөм шатлыҡты уртаҡлашырға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге райондары ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, күрше ауыл мәсеттәренең имам-хатиптары һәм башҡалар килде. Урындағы иң оло кеше, 88 йәшлек Бәҙерниса инәй Хәсәнова күңел хистәрен күҙ йәштәре аша еткерҙе:
– Был көндө күрә алыуыма шул тиклем бәхетлемен! Бала саҡтан олатайым Дәүләтҡол Суфиянов, Сабирйән апа Әмировтар менән мәсеткә килә торғайным. Уларҙың тубығына ятып аят тыңлап йоҡлап киткән саҡтарым күп булды. Ошонда ғәйеттәр, төрлө осрашыуҙар үтер ине. Олатайым диндар кеше булды. Бала саҡ хистәрен яңынан кисерә алыуыма, изге йорттоң, ауылды нурлап, яңынан ҡалҡыуына һөйөнөсөм сикһеҙ. Мәсет бар ерҙә тәртип көсәйә, ырыҫ-бәрәкәт арта. Шулай булһын, иншаллаһ!
Район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов йыйылған бар халыҡты Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотланы, төбәктә мәсеттәрҙең күбәйә барыуына ҡыуанысын белдерҙе.
– Беҙҙең Баймаҡ иман йортта­рының һаны буйынса республикала алдынғылар рәтендә, – тине ул. – Был – бик шатлыҡлы күренеш. Әлбиттә, мәсеттәрҙең күпләп төҙө­лөүе генә түгел, уларға халыҡтың әүҙем йөрөүе лә мөһим. Ул йәһәттән дә ҡыуанысыбыҙ артҡандан-арта: райондаштарыбыҙ ихлас, йылдан-йыл хаҡ юлға нығыраҡ тартыла.
Ике манаралы, дәүләттең төрлө ҡоролоштарына бирешмәй һаҡланып ҡалған был изге йорт – үҙе бер тарих, мәҙәни объект. Беҙ, тотош район халҡы, ошоноң менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ата-бабағыҙ төҙөгән мәсетте емерергә бирмәүе­геҙ, ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ – үҙе батырлыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Заман талаптарына ярашлы төҙөклән­дерелгән иман йорто барлыҡ быуын вәкилдәрен берләштергән, туплаған урынға әйләнһен. Аҙан тауышы яңғырап торһон. Халыҡ мәсет һуҡмағына саң ҡундырмаһын. Хаҡ юлдан тайпылмайыҡ!
Тантаналы саранан һуң иман йортонда йәмәғәт намаҙы уҡылды, унан бөтөн халыҡ Ҡорбан ашына йыйылды.


Рәмил ХӘСӘНОВ, Түбәнге Яйыҡбай ауылы имам-хатибы:
– Ошо көндәрҙә мәсеттең боронғолоғон дәлилләгән яҙма табылды, унда төҙөлөү ваҡыты 1830 йыл тиелгән. Тимәк, иман йортона күпкә алдараҡ нигеҙ һалыныуы ихтимал. “Был мәсет Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары уртаһындағы Мөрсәлимдә булған”, – тип һөйләй торғайны беҙҙең олатайҙар. Уны аҙаҡ бында күсереп ултыртҡандар.


Мәжит ҒИЛЕМХАНОВ, 84 йәштә, Ниғәмәт ауылынан:
– Колхозда оҙаҡ йылдар шофер булып эшләнем. Был иман йортон уҙған быуаттың илленсе йылдарынан беләм. Ауыл ҡарттарын эш башланғансы машинала мәсеткә алып килә торғайным.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад