Изге Ҡорбан ғәйетендә өммәтебеҙҙең ҡеүәт йыя, милләттәр араһындағы татыулыҡтың нығына барғанына йәнә бер ҡат инандым. Бында, һис һүҙһеҙ, дин юлындағы ҡәрҙәштәребеҙҙең, остаздарҙың өлөшө ҙур. Шундай әйҙәүселәр араһында хөрмәтле, изге күңелле ауылдашыбыҙ Фәниә Ғәлләмова ла бар. Ул 1936 йылда донъяға килә, бала сағы ауыр осорға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы Абдулланы фронтҡа алалар. Ҡатынын, биш балаһын ҡалдырып яуға киткән ғаилә башлығының, күп тә үтмәй, “ҡара ҡағыҙ”ы килә. Ғәзизә апайға балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Сибәр, уңған килен” тип хөрмәт итә уны Йәшергән ауылы халҡы. Апай ҡәйнәһе менән 32 йыл бергә татыулыҡта йәшәп, һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙата. Балалар һөйөклө өләсәйҙәренең йылы ҡосағында тәрбиәле, хәстәрлекле, итәғәтле булып үҫә.
Кинйә ҡыҙ Фәниә лә тырышлығы, отҡорлоғо, һәләтлелеге менән һөйөндөрә. Үкенескә күрә, мәктәпте тамамлағас, белем алыуын артабан дауам итеү мөмкинлеге булмай – бик йәшләй колхоз эшенә егелә, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәренә күмелә. Һәләтле ҡыҙға өләсәһе Мәшрүфә дини белем бирә, доғалар ятлата, намаҙ уҡырға өйрәтә. Зирәк Фәниә барыһын да тиҙ отоп ала. Йәшләй кейәүгә сыға ул. Ауылдашы Ырғыҙ менән ҡауышып, матур ғаилә ҡоралар, дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр. Ата-әсә балаларын эшкә өйрәтеп үҫтерә, уларға белем алырға, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Улар 46 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа иртәрәк күсә.
Фәниә һәр ҡайҙа – шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә, колхоздың башҡа эштәрендә – гелән алдынғылар рәтендә була. Һауынсы сағында һәр һыйырҙан йылына өс мең литрҙан ашыу һөт һауып, өлгөлө хеҙмәт күрһәтә. Мәғлүм ки, бындай һөҙөмтәгә һәр кем өлгәшә алмаған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәниә ханым ихлас күңелдән дин юлына баҫа. Мәсеткә йөрөп, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә, доғалар ятлай, намаҙ уҡый, ураҙа тота башлай. Ауылдағы оло инәйҙәр, ихласлығын күреп, уға әҙәм балаһын һуңғы юлға оҙатыу ҡағиҙәләрен өйрәтә. Бына 25 йыл инде ханым ошо ҡанундарҙы үтәй, үҙенән йәшерәктәргә лә күрһәтә бара.
Фәниә апай улы Илфаҡ һәм килене Лилиә менән 22 йыл бергә татыу ғүмер итә. Уларға йорт эштәрендә ярҙамлаша, ейәндәрен үҫтерешә. Сабыр, тыныс, саф күңелле Лилиә ҡәйнәһен үҙ әсәһе кеүек ярата, хөрмәт итә, ярҙамына сикһеҙ рәхмәтле. Балалары – беренсе класҡа барасаҡ Ғәлиә, студент Әлфиә һәм армиянан ҡайтҡан Илмир – өләсәйҙәрен ныҡ ярата, инәй ҙә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора уларҙың тәртипле, изгелекле булып үҫеүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай.
Лилиә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, Илфаҡ – мәктәп автобусы водителе. Бик тырыш, донъяны, матурлыҡты яратҡан кешеләр улар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йорттары гөл-сәскәгә күмелгән. Фәниә апай ҡәҙерлеләренең ауылда иң татыу, хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе булыуына һөйөнөп йәшәй, бындай бәрәкәт өсөн Аллаһ Тәғәләгә көн дә рәхмәт уҡый.
– Улым менән киленемә тормош йөгөн артабан да тигеҙ тартып, балаларының шатлыҡтарын күрергә, ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашып, ырыҫлы ғүмер кисерергә яҙһын, – тип теләй ул.
Ауылдаштарының оло хөрмәтен яулаған Фәниә апай – һәр йортта ҡәҙерле ҡунаҡ. Халыҡты дингә, ғилемгә, яҡшылыҡҡа өндәүҙән туҡтамай ул, һәр ғәмәле – изгелек. Һикһән ике йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да буш ултырмай, гелән хәрәкәттә. Етеҙлегенә, йәштәрҙәй еңел атлап йөрөүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ун ете ейән-ейәнсәренә, бүләләренә һөйөклө өләсәй булған Фәниә ханым тәбиғәткә сығырға ярата, гөл үҫтереүгә әүәҫ, ҡул эштәренә оҫта. “Нисек шулай шәпһегеҙ, дәртлеһегеҙ?” тигән һорауға ул шулай яуап бирҙе:
– Дин юлында булыуым, көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыуым, гелән яҡшы уйҙа йәшәүемдең бәрәкәтелер был. Шул уҡ ваҡытта өйҙәге тыныслыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, балаларҙың шатлығын күреү – үҙе ҙур бәхет.
Стәрлебаш районы.