Бөрйән балы – башҡорт даны!24.08.2018
Бөрйән балы – башҡорт даны! Бар донъяға танылыу яулаған Бөрйән балын кем генә белмәй икән? Һуңғы йылдарҙа ул райондың ғына түгел, тотош Башҡортостандың брендына әүерелде. Был – ғәйәт ҙур эш һөҙөмтәһе. “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале – шуға асыҡ миҫал.

Йыл да һабантуйҙар гөрләгән Арғыҙма яланына иртән үк республиканың төрлө райондарынан килгән умартасылар, солоҡсолар ғына түгел, сараға тамаша ҡылырға ашыҡҡан башҡа халыҡ та шығырым тулды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Салауат Сәғитов, Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры­ның художество етәксеһе Олег Ханов һәм башҡа мәртә­бәле ҡунаҡтарҙы район ағинәйҙәре, милли аш-һыу тотҡан баш­ҡорт ҡыҙҙары, ихлас талпынып бейеүсе кескәй “бал ҡорттары” ҡаршы алды. “Осҡон” һәм “Ялҡын” район өлгөлө бейеү ансамблдәре әҙерләгән сәхнәләштереүҙә “умартасы”, “айыу” һәм башҡа ҡатна­шыусылар Бөрйән балын, Бөрйән бал ҡортон ҡурсалауҙың үтә лә мөһим булыуы хаҡында һүҙ алып барҙы, “Беҙ Бөрйән бал ҡорто генофондын һаҡ­лау яҡлы!” лозунгыһын күтәреп сыҡты.
– Барығыҙҙы ла изге Бөрйән ерендә ихлас тәбрикләйем, – тине, этно­фес­ти­вал­дең тантаналы өлөшөн асып, Бөрйән райо­ны хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм “Бөрйән балы – башҡорт да­ны” этно­фес­ти­валенең матур йолаға әүерелеүен билдә­ләне. – Дан­лыҡлы Бөр­йән балы, Бөр­йән ҡорто һәм ата-ба­ба­ла­рыбыҙҙың боронғо милли кәсебе со­лоҡ­солоҡ – бары­һы ла беҙҙә генә һаҡ­ла­нып килә, бөгөнгө донъя ба­ҙарында рес­пуб­ликаның, районы­быҙҙың яҡты йөҙөн са­ғыл­дырған брендҡа әүерел­де. Сифатлы Бөрйән балы һәр ва­ҡыт ҙур һорау менән файҙалана. Килә­сәк­тә лә ата-бабалары­быҙҙың аманатын һаҡ­лап, Бөрйән ҡырағай бал ҡортон, үҙен­сә­лек­ле шөғөл булараҡ билдәле солоҡ­со­лоҡто һаҡлап ҡалырға, уны үҫеп килгән бы­уынға еткерергә бурыслыбыҙ.

“Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестиваленең төп маҡсаты – боронғо кәсеп һаналған солоҡ­солоҡто артабан үҫтереү, баш­ҡорт халҡының милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү генә түгел, ҡортсоларға үҙ тауарҙарын һатырға мөмкинлек биреү ҙә. Тулы бер баҙар рәттәре рәүе­шендә теҙелеп киткән бал һатыу нөктәләренең һәр ҡайһыһында балды тәмләп ҡарап, республи­кабыҙҙың төрлө райондарынан килгән умартасылар менән бер аҙ әңгәмәләшеп алырға ла форсат тыуҙы.
Әбйәлил районынан килгән Йәрмөхә­мәтовтар ғаиләһе сауҙа нөктәһен милли орнаменттар, ҡурайсы егет һәм бейеүсе ҡыҙ һынландырылып тегелгән ҡо­рамалар менән биҙәгән, үҙҙәре лә күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейемдә килгән, һәр һатып алыусыға алсаҡ йылмайыуҙарын йәлләмәй, ихлас кәңәш биреп торалар. Күгәр­сен­дән Фәнис Байбулатов этнофес­тивалдә икенсе тапҡыр ҡатнаша. “Тау балы” тип атаған ул үҙенең сауҙа урынын. Ысынлап та, Фәнис ағайҙың ҡорттары балды Бөрйән һәм Күгәрсен райондары сигендәге таулы ерҙәрҙән йыя икән. Умартасы былтыр “Иң тәмле бал” номинация­һында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ейәнсура районынан Әлфиә Яубаҫарова ла этнофестивалдә икенсе йыл рәттән ҡатнаша.
Бәйгелә тағы ла Архангел, Ишембай, Бишбүләк райондарынан умартасылар үҙ көсөн, балдарының сифатын һынап ҡараны. Һәр береһенең балы үҙенә генә хас тәме менән башҡаларҙан айырыла, ә бына Бөрйән балын йөҙҙәр араһынан да танып була. Ләззәтләнеп тәмләйһең дә, тап ошо балдың бар донъяға танылыу яулауы юҡҡа түгелдер, тигән уй килә. Умартасыларының һатыу май­ҙаны ла, әллә ҡайҙан айырылып, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Йома­ғужиндар ғаиләһе бер бәләкәй генә баҙармы ни: бер нисә нөктәгә һуҙылған өҫтәлдәрҙә төрлө төр балдан тыш бал ҡушып яһалған бүтән аҙыҡ-түлек тә урын алған.
“Был кәсеп күптән ғаилә бизнесына әүерелде”, – ти улар.
Ғәлиәкбәр ауылы – Бөрйән районының иң төпкөл ауылда­рының береһе, тәбиғәт тә унда тәүторошон тулыһынса тиерлек һаҡлап ҡалған. Шуға ла ул яҡтарҙа солоҡсолоҡ менән һәр ғаиләнең тиерлек шөғөл­ләнеүенә аптырайһы түгел. Әйткәндәй, һеҙ солоҡтарҙың ошо һөнәргә эйә булған ғаилә өсөн хосуси милек булып торғанын, уларҙың тамға менән билдәлән­гәнен беләһегеҙме? Элек-электән солоҡ беркетелгән ағастарҙы ҡулға төшөрөү осраҡтары ла булған, шуға күрә һәр ғаилә, һәр ара үҙ тамғаһын уйлап сығарған. Тамға ла, солоҡсолоҡ кеүек, быуындан быуынға тапшырыла килә, теге йәки был осраҡтарҙа хатта суд хөкөмө алдында ла ҡәтғи дәлил булып тора.
Фаяз Әхмәтовҡа ла был һөнәр атаһы­нан, уға үҙ атаһынан ҡал­ған, шуға күрә лә ул солоҡсолоҡ менән иҫ белгәндән алып шөғөлләнә, тип әйтергә мөмкин. Бөрйән балына арналған байрамда ҡы­рағай бал ҡорттары тарафынан йыйылған солоҡ балы айырыуса иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ, сөнки файҙаһы һәм әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Составында һаулыҡ өсөн мөһим күп матдәләр һаҡлағаны өсөн солоҡ балын космо­навтарҙың аҙыҡ рационына индереүҙәре лә уның юғары сифаты хаҡында һөйләй.
Солоҡ балы тигәс, Ғәлиәкбәр ауылынан тыш, тағы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы күҙ алдына килә. Солоҡсолоҡ – ҡурсаулыҡ билә­мәһендә киң таралған шөғөл, туристар өсөн уға бағышланған айырым музей ҙа бар. Йыл да Ер шарының төрлө төбәгенән данлыҡлы мәмерйәгә ағылған халыҡҡа солоҡ балын тәмләп ҡарау, һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралған. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы “Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестива­ленән быйыл да ситтә ҡалманы, һәр һатып алыусыға төрлө төр бал һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итте.
Этнофестиваль үҙенсәлекле бәйгеләргә бай. Мәҫәлән, солоҡ эшләү буйынса ярышта һәр солоҡсо, көн дауамында берәр солоҡ эшләп, баһалама ағзала­рына тәҡдим итте.
Байрамдың мәҙәни өлөшөнә килгәндә, барыһы ла – билдәле бейеүсе, ҡурайсы, ҡуйыусы режиссер Рәйес Низаметдиновтың хеҙмәт емеше.
– Дөрөҫөн әйткәндә, бар мәҙәни өлөш – бөрйәндәрҙең үҙҙәренең эше, мин улар әҙерләгәнде саҡ ҡына “йыштым”, тип әйтергә була. Этнофестиваль – үҙе бик кәрәкле сара, сөнки бренд хаҡында күп һүҙ алып барабыҙ, ғәмәлдә, улар һирәк. “Бөрйән балы – башҡорт даны” – балды бренд булараҡ күтәргән мөһим сараларҙың береһе. Фестивалгә килеүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә, миңә, мәҫәлән, “Бөрйән балын һатып алып ҡайт әле” тип аҡса биреп ебәргәндәр ҙә бихисап. Этнофес­ти­валдең төп маҡсаты – балды яңы кимәлгә күтәреү, шул уҡ ваҡытта солоҡсолоҡто, умарта­сылыҡты, ауыл хужалығын үҫте­реү. Тап ошондай сара Бөрйән төбәге өсөн бик әһәмиәтле. Ә беҙ, бейеүселәр, йырсылар, уҡ атыусылар һәм башҡалар, ошо маҡсатты бойомға ашырыуҙа ярҙам итеүселәр генә, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты ул.
Миңә ҡалһа, Рәйес Низаметдинов тый­наҡлыҡ күрһәтте, сөнки ул һәм Бөрйән райо­ны­ның мәҙәниәт тармағы хеҙмәт­кәрҙәре – был күркәм сараны ойоштороусы төп көстәрҙең береһе. Быға улар әҙерләгән күмәк, дәртле бейеү­ҙәр, моңло йырҙар – ныҡлы дә­лил. Уларҙан тыш, байрам сәхнәһен йыраҡ ерҙәрҙән килеп еткән Нефтекама ҡала филармо­нияһы артис­тары ла йәмләне.
Артабан ике йыл буйы этнофестивалдә үҙенсәлекле яңылыҡ булып яңғыраған “Ритайым” бейеү бәйгеһе үтте. Ул ҡатнашыусыларҙы тамаша ҡылып ултырған халыҡ араһынан йыйнауы, бер нисә ҡыҙыҡлы этаптан тороуы һәм иҫтәлекле бүләктәре менән иғтибарҙы үҙенә тартты. Бәйгеселәр Р. Низамет­диновтың һәр әмерен үтәп, бейеү барышында ул “ятығыҙ” тиһә, ятырға, “тауыҡ булып бейегеҙ” тиһә, бар оҫталыҡтарын йыйып, оҡшатып бейергә тейеш.
Һуңғы йылдарҙа киң билдә­лелек яулаған уҡсылар ҙа ситтә ҡалманы этнофестивалдән. Улар ярҙамында уҡ атыусылар ярышы ойошторолоуын да билдәләү зарур.
Һәр ауыл хакимиәте биләмәһе, күҙ яуын алырлыҡ сағыу тирмә­ләр ҡороп, байрамда ҡатнашҡан мәртәбәле ҡунаҡтарға башҡорт­тоң ҡунаҡсыллығын, алсаҡлығын йыр, бейеү, милли аш-һыуҙан һығылып торған табын аша күрһәтте.
“Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале баш­ҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт-дискотека менән тамамланды. Бар район халҡы, йәше-ҡарты ла ихлас тултырҙы һабантуй яланын, Арғыҙма ваҡыты-ваҡыты менән яуған ямғырға ла ҡарамай, төнгө өскә хәтле күңелле тауыштарҙан, дәртле йыр-бейеүҙәрҙән шау-гөр килеп торҙо.
“Умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән йәштәрҙең күпләп шөғөл­ләнеүе ҡыуан­дыра”, – тигәйне үҙ сығышында район ха­кимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Тап ошондай этнофестивалдәр йәш быуында был өлкәгә етди ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итә лә инде. Тимәк, халҡыбыҙҙың иң боронғо кәсебенең дә, милли коло­риттың да, бар донъя алдында Башҡортос­таныбыҙҙың йөҙө булып торған Бөрйән балының да киләсәге бар.


Вернуться назад