Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: алдағы ике көндә Башҡортостанда -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә23.08.2018
Башҡортостанда алдағы ике көндә -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығына һылтанма менән.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 24-25 августа төндә һәм иртән республикала урыны менән 0, -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе мөмкин.
Шулай уҡ автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан төшөүе ихтимал.
Ашығыс хеҙмәттәр тупраҡҡа ҡырау төшөүгә бәйле ауыл хужалығы культураларына һәләк булыу хәүефе янауы хаҡында иҫкәртә. Үҫентеләрҙе һаҡлау сараларын күрергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ һауа температураһының түбәнәйеүе арҡаһында электр йылытыу приборҙары менән файҙаланыу, мейес яғыу осраҡтары арта, шунлыҡтан торлаҡ, социаль-мәҙәни һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналарҙа янғын сығыу ихтималлығы бар.