Ҡәҙерле ветерандар!08.05.2012
9 Майҙа Совет халҡының 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә 67 йыл тула.
Фашизмға ҡаршы үлемесле алышта күп милләтле илебеҙ эшсәндәре һәм уның Ҡораллы Көстәре Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалып, фашистик Германияны ҡыйратып, Европа халыҡтарын да ҡоллоҡтан ҡотҡарҙы.
Еңеү бик ҡиммәткә төштө. Күптәр уның хаҡына ғүмерен ҡорбан итте. Беҙ уларҙың яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Башҡортостан эшсәндәре лә Еңеүгә тос өлөш индерҙе.
Һуғыш тамамланғандан һуң өс быуын кешеләр тыуҙы. Тиҫтәләрсә йыл ошо бөйөк ваҡиға бөтөн илдәргә һәм халыҡтарға ҙур йоғонто яһай.
Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм һалдат ҡатындарының тормошон еңеләйтеү буйынса бик күп эш башҡарыла.
Йәштәрҙә ватансылыҡ, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү шарт. Ҡот осҡос һуғышты ла, Бөйөк Еңеүҙе лә күргән һуғыш ветерандарының һәм тыл эшсәндәренең хәтирәләре айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Фронтовиктарға һәм тыл эшсәндәренә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлектә дәррәү ҡатнашыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Байрам менән Һеҙҙе, ҡәҙерле иптәштәр!

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика Советы.

Башҡортостан Республикаһының Һуғыш
һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты.


Вернуться назад