Тәжрибә һандығына22.08.2018
Тәжрибә һандығынаБалыҡ тоторға тәүгә сыға башланығыҙмы? Улайһа, был кәңәштәр – тап һеҙҙең өсөн.

1. Һыу буйына сығыр алдынан парфюмерия ҡулланмағыҙ, сөнки балыҡ еҫкә бик һиҙгер. Тәмәке тартаһығыҙ икән, ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ.
2. Асыҡ һыу буйына, ниндәй генә балыҡ тотоуығыҙға ҡарамаҫтан, камуфляж кейемдә барырға тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, аҡ, күк төҫтәрҙән балыҡ ситкә ҡаса.
3. Һөҙгөсөгөҙҙө яр буйында, машинала онотоп ҡалдырмағыҙ: ҙур балыҡ эләкһә, сығара алмаҫһығыҙ.
4. Балыҡ тотҡанда шым улты­рырға кәрәк.
5. Аҡ ҡарышлауыҡтарҙы ҡыҙыл, һары төҫтәргә буярға мөмкин. Бы­ның өсөн ҡыҙыл сөгөлдөр һәм беш­кән йомортҡа һарыһы ҡулланыла.
6. Үҫемлек емдәрегеҙгә, оҙаҡ һаҡланһын өсөн, бер таблетка аспиринды онтап һалыу ҙа етә.
7. Һаҙан һәм ҡорман балыҡ­тарына айырыуса йәш картуф оҡшай. Уны ваҡ өлөштәргә турап ырғаҡҡа кейҙерәһең.
8. Тотҡан урынығыҙҙы күп емлә­мәгеҙ – балыҡһыҙ ҡайтыуығыҙ бар.
9. Һаҙан бүрттерелгән кукурузға, бойҙайға һәм һоло ярмаһына яҡшы эләгә.
10. Ҡармаҡ сыбығының быуындарын ҡоро һабын менән ышҡығыҙ – кире йыйғанда ыҙа­ламаҫһығыҙ.
11. Яҙғы һыуҙа ҡармаҡ ебен сәй шамаһы менән ыуһағыҙ, ул нығыраҡ буласаҡ.
12. Ел көнсығыштан көнбайышҡа табан иҫһә, балыҡ насар ҡаба, түбән баҫымда ла шул уҡ хәл.
13. Ҡорман балығын ағын көслө урында эләктерермен тимә.
14. Аҡ поролонды көнбағыш майында тотһаң, ҡарышлауыҡ урынына ырғаҡҡа эләктерергә мөмкин.
15. Ямғыр яуғанда балыҡ ярға килә, шуның өсөн дә ҡармаҡты алыҫҡа ташларға кәрәкмәй.
16. Ҡыш мәкегеҙгә көнбағыш майы ҡойһағыҙ, ул туңмаясаҡ.
17. Балыҡ ҡармаҡҡа эләккәс тә үлән араһына инә. Көсәнеп тартмағыҙ, киреһенсә, бушатһаң, үҙе лә сығасаҡ.
18. Емегеҙ араһына бер аҙ ҡом ҡушырға онотмағыҙ – тәбиғилек һаҡланыр.


Вернуться назад