Күңел – һыу буйында22.08.2018
Күңел – һыу буйындаГоризонталь буйынса: 4. Суғырмағы барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән ҡайын. 7. Ашау теләге, ашҡа булған барым. 8. Таҙа һалҡын һыуҙы яратҡан, арҡаһында ҡара таптар булған һәм ҙур ҡанаты менән айырылып торған затлы балыҡ. 9. Уҡыу йортонда белем алмай, үҙаллы әҙерләнеп, ниндәйҙер курс өсөн аттестация үтеү формаһы. 10. Әҙәбиәт өсөн Лев Толстой, Мостай Кәрим, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре. 14. Артерия менән веналарҙы тоташтырған “шишмә”. 17. Таҙартыуы еңелдән булмаған йыртҡыс балыҡ. 18. Ижади ниәткә тура килгән тейешле кешене һайлап алыу ысулы. 20. Маңлайҙан бәреп сыҡҡан бөрсөк. 21. Юғары пилотажды яҡшы белгән осоусы. 23. Американдарҙың икенсе атамаһы. 24. Тауҙың көнгә ҡараған яланғас битләүе. 25. Ҡош, йәнлек тота торған ау. 26. Саха (Яҡут) төбәге өсөн ғәҙәти булған аҫыл таш. 30. Хәҙерге пассажирҙың бәләкәй тәгәрмәсле багажы. 31. Техник юғары уҡыу йорто тамамлаған белгес. 32. Күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. 33. Ҡарабаш турғайҙар өсөн эшләнгән ем таҡтаһы.
Вертикаль буйынса: 1. Башлыса байыу өсөн алып-һатыу менән шөғөлләнгән кеше. 2. Ковбойҙар тураһындағы фильм. 3. Һыу ташыу һауыты. 5. Ҙур бәлә, һәләкәт. 6. Сабаҡҡа оҡшаған балыҡ. 8. Иҙән аҫтындағы ҡаҙылған соҡор. 11. Диңгеҙҙә йөҙгән тере “аккумулятор”. 12. Панамала был кеҫәрткенең итенән тако тигән ашамлыҡ әҙерләйҙәр. 13. Александр Дюманың мушкетерҙары араһындағы аббат. 15. Был тропик емештең башын ҡырҡып, дымлы ергә ултыртһаң, ул тамыр ебәреп, үҫә башлаясаҡ. 16. Телесериалдағы доктор Быковтың уҡыусыһы. 19. Яңы йыл шыршыһын биҙәп торған бәләкәй лампочкалар. 22. Уртаса ҙурлыҡтағы суртан. 27. Гладиаторҙар өсөн көрәш майҙаны. 28. Бүрке “төтәп йөрөгән” кеше. 29. Балыҡсылар уны “йылға сусҡаһы” тип йөрөтә. 30. Париж йылғаһы.


Вернуться назад