Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау бүлеге инспекторы Вадим ҒИЗЗӘТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. – Һуңғы йылдарҙа экология мәсьәләһе киҫкен торған төбәктәргә дәүләт тарафынан ярайһы ҙур иғтибар бүленә. Атап әйткәндә, ниндәй булышлыҡ ҡылына, Вадим Ринат улы?
– Мин етәкселек иткән бүлеккә Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары инә. Биләмә ҙур, күлдәр, быуалар, йылғалар күп. Араларында һаҡлауға айырыуса мохтаж тәбиғи ятҡылыҡтар ҙа бар.
Әлбиттә, бер инспектор ғына ҡушылған бөтөн эште атҡара алмаҫ ине. Миңә район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр балыҡсылар даими ярҙам күрһәтә. Ҡармаҡ тотоп ултырғандың янында ау һалып йөрөйҙәр икән, быға нисек түҙмәк кәрәк?! Форсаттан файҙаланып, тәбиғәтте, йәнлектәрҙе, балыҡтарҙы һаҡларға тырышҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм.
– Быйылғы статистика ниндәй? Тәртип боҙоу осраҡтары күпме?
– Йылдағыса, ҡушылғанды еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ. Әлбиттә, тәртип боҙоу осраҡтары юҡ түгел. Тотолғандарға штраф һалабыҙ, ауҙарын, кәмәләрен тартып алабыҙ. Ҡағиҙә боҙоусылар айырыуса күлдәре менән дан тотҡан Әбйәлилдә күп, Баймаҡта ла осрай.
– Райондарға сығыу өсөн техника, кәмә, яғыулыҡ менән ярҙам күрһәтеләме?
– Әлегә шәхси техникамда йөрөйөм, кәмә лә үҙемдеке, бүленгән яғыулыҡ етмәгән осраҡтар була. Шулай ҙа барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип ышанам. Иң мөһиме – тәбиғәтебеҙ ҡурсаулы булһын.
– Ауыр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!