Республика райондарында бөгөн төп иғтибар социаль-иҡтисади өлкәгә йүнәлтелә. Халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, етештергән продукцияны отошло ҡулланыу, һатырға өйрәнеү, кешеләрҙе рухи аҙыҡ менән даими тәьмин итеп тороу – урындағы властың, ойошма-предприятиеларҙың тәү бурысы. Был йәһәттән Ауырғазы районында уңышлы эшмәкәрлек алып барыла. Бер йылы һүҙ етәМохтаждарға социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш райондары араһында ойошторолған “Ғаилә” үҙәге Ауырғазыла әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Унда ауыр хәлгә тарығандарға психологик, матди, юридик яҡтан булышлыҡ ҡылына.
Тормошта төрлө хәлдәр була. Ҡайһы ваҡыт кешегә ауырлыҡтарға һынмаҫ, ҡайғы-хәсрәтте йырып сығыр өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә. Ә беҙҙең халыҡ, ғәҙәттә, ғаилә хәлдәрен, эске кисерештәрен бигүк күрһәтеп бармай. Матди, юридик яҡтан ярҙамға мохтаждарға килгәндә лә, улар күп осраҡта тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итә һалып бармай: был ҡурҡыуға, тартыныуға йә хоҡуҡтарҙы белмәүгә бәйле.
– Ауыр хәлгә тарыған, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙең беҙгә килеп бушлай кейем алыу мөмкинлеге бар, – ти әлеге үҙәктең бүлек етәксеһе Зинфира Заһиҙуллина. – Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә теге йәки был әйбер, аҙыҡ-түлек ҙур күләмдә кәрәк икән, тиҙ арала халыҡтан йыйыу эшен ойошторабыҙ. Төрлө һорау менән мөрәжәғәт итәләр беҙгә: кемдер психолог кәңәшенә мохтаж, икенсе берәүҙең балаһы ауыр холоҡло, өсөнсөһө торлаҡһыҙ интегә һ.б.
“Ғаилә” үҙәгендә шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторола. Мәҫәлән, һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә тематик саралар уҙғарыу ҡаралған. Был – ғаиләләргә ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн шәп мөмкинлек.
“Ғаилә” үҙәгенең баш психологы Эльвира Ғайсина әйтеүенсә, бында айырылышыу сигендә торған парҙар ҙа килеп, ике аралағы хәлде асыҡларға тырыша икән. Белгестәрҙең курстарын тыңлап, артабан татыу йәшәп алып киткәндәр күп. Был – психологтарҙың намыҫлы эшмәкәрлегенә, һөнәри оҫталығына дәлил.
– Ауырлыҡтар ҙа бар, әлбиттә, – ти Эльвира Наил ҡыҙы. – Тәү сиратта – финанс мәсьәләһе. Теге йәки был әйбер етмәгән ваҡыттар була, мохтаж кешегә тәғәйен эш табыу, аҡсаға бәйле һорауҙарҙы хәл итеү күп осраҡта ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Психологик ярҙам күрһәткәндә, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн төрлө йүнәлештә эш алып барыла, бихисап терапия алымдары ҡулланыла.
Ауыр хәлгә тарыған кешеләр беҙгә мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһын ине. Ҡайһы ваҡыт бит бер ултырып һөйләшеү ҙә, дөрөҫ кәңәш биреү ҙә етә. Проблеманың нигеҙен билдәләһәк, бәғзе кеше уны артабан үҙе лә хәл итә ала.
Эйе, әҙәм балаһы ниндәй генә ауырлыҡҡа тарымаһын, уға ярҙам итерҙәй саралар күп бөгөн. Ни бары хәбәрҙар булырға, үҙ эсеңә йомолмай, ҡотолоу юлдарын эҙләргә генә кәрәк.
“Йәнле ауыл” йән өрәХужалыҡ итеү алымдарын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Йәнле ауыл” проекты районда 2012 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла.
– Уның маҡсаты, мәғлүм булыуынса, шәхси хужалыҡтарҙы, фермаларҙы, урындағы эшҡыуарҙар етештергән продукция күләмен арттырыу, баҙарҙа үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте күбәйтеү, йәштәрҙе ауыл ерендә йәшәргә ылыҡтырыу, бының өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, – ти Ауырғазының Мәғлүмәт һәм консультация үҙәге директоры Роза Иҫәнғолова. – Алты йыл эсендә программаны ғәмәлгә ашырыу маҡсатында район ҡаҙнаһынан 700 мең һум самаһы аҡса, ете йөҙҙән ашыу ғариза буйынса шәхси хужалыҡтар өсөн 2400 гектар ер, “Йәнле ауыл” баҙары өсөн айырым майҙан бүленде; Ауырғазы күп профилле колледжында агроменеджер һөнәренә уҡыуҙар ойошторолдо, һөҙөмтәлә 146 кешегә таныҡлыҡ бирелде; яңы 17 хужалыҡ теркәлде. Шулай уҡ өс тиҫтәгә яҡын ҡорамал алынды, улар араһында мотоблок, 26 һауын аппараты һ.б. бар. Ғөмүмән, программаны тормошҡа ашырыу йәһәтенән яҡшылар рәтендә барабыҙ.
Мәрхәмәт ҡулын һуҙһынРайон балалар китапханаһында үҙенсәлекле проект булдырылған. “Табип китап” тип атала ул. Проект “Бәләкәй ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни мозаикаһы” III Бөтә Рәсәй конкурсында 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған.
– “Табип китап” инвалид балаларҙың тормошҡа яраҡлашыу мөмкинлектәрен, шөғөлдәрен арттырыу маҡсатында булдырылды, – ти китапханасылар Светлана Әмирханова менән Гүзәл Аҡбашева.
Бүленгән аҡсаға оҫталыҡ кластары үткәреләсәк – бының өсөн махсус ҡорамалдар, китаптар алынған. Проектҡа ярашлы, китапханала шулай уҡ телмәрҙе яҡшыртыу, арт-дизайн буйынса дәрестәр, үҙенсәлекле байрамдар, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар ҡаралған. Кескәйҙәр өсөн ҡурсаҡ театры ла эшләйәсәк.
“Бәләкәй ауыл-ҡалаларҙың мәҙәни мозаикаһы” конкурсында илебеҙҙән 1011 проект тәҡдим ителгән, шуларҙың 58-е генә финалға үткән. Ауырғазыларҙың еңеүселәр исемлегендә булыуы – район ғына түгел, бөтөн республика өсөн ғорурлыҡ. “Табип китап” һәр балаға мәрхәмәт ҡулын һуҙһын.
Ауырғазы районы.