Ғәйет Ҡорбан21.08.2018
Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!
Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә
байрам ҡошо ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош:
“Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр!” – тип ҡуя.
“Һөй, мосолман, байрамыңды –
Аллаһ яҡлар!” – тип ҡуя.

Һөй, һөйөн, йырлап ебәр,
ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Аллаһ һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң
был байрам көндәрен.
Аллаһ маҡтар, маҡтаһаң байрамды,
бик йәмле, тиһәң,
Аллаһ әкбәр, Аллаһ әкбәр, Лиләхмәд, тиһәң.

Кил, туғандар, бер туған кеүек берләшеп
сайран итәйек,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын, гөрләшеп
байрам итәйек.
Кил, мосолман, бир ҡулыңды, бир,
ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем байрам менән!

Шәйехзада БАБИЧ


Вернуться назад