Исемең матур, кем ҡуйған?..21.08.2018
Исемең матур, кем ҡуйған?..Әминә, Сәлимә, Сафия, Ильяс, Бәхтийәр, Азамат... Шөкөр, һуңғы йылдарҙа балаларына бына шундай мәғәнәле, күркәм исемдәр ҡушҡан милләттәштәребеҙ арта бара. Бер үк ваҡытта сабыйын ҡолаҡҡа ятмаған, туҙға яҙмаған исем менән атаусылар ҙа табылып тора.


Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары былтыр 5 декабрҙә Баш­ҡортостан Ғаилә кодексының 58-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закон ҡабул иткәйне. Уға ярашлы, хәҙер ата-әсәләргә балаһына мәғәнәһеҙ исем ҡушыу, атамала һандар, әр һүҙҙәре, тыныш билдәләре (дефистан тыш) ҡулланыу тыйыла. Был мәсьәләне саҡ ҡына алдараҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы ла ҡарап, тейешле документ ҡабул иткәйне.
БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы осорҙа республикала иң йыш ҡушылған малай исемдәре Әмир, Тимур, Данил, Арыҫлан булған, ҡыҙҙар араһында Самира һәм Әминәләр – алдынғылар рәтендә. Шул уҡ ваҡытта Ғаяр, Имран, Арлан, Аймир, Зәхрә, Сәминә кеүек һирәк исемдәр ҙә ҡушылған. Әле булһа мода артынан ҡыуыпмы, әллә башҡаларҙан айырылып торорға теләпме, мәғәнәһе билдәһеҙ исемдәр менән мауы­ғыусылар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Башҡортостанда Доменик, Кемаль, Радэль, Рубин исемле малайҙар, Нирмала, Авелина, Элияна, Анаис исемле ҡыҙҙар тыуған.
Балаларына матур яңғырашлы, мәғәнәле исемдәр ҡушҡан милләт­тәштәребеҙгә мөрәжәғәт итеп, был изге, яуаплы ғәмәлде башҡарғанда нимәләргә таяныуҙары, ниндәй уй-ниәттән сығып эш итеүҙәре, ни өсөн тап шул исемде һайлауҙары менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Мөнир ҠУНАФИН, яҙыусы:
– Әле кәләш алмаҫ элек үк “улым тыуһа, исеме Йәдкәр буласаҡ” тигән уйым бар ине. Студент саҡта Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың “Һәр кемдең дә ҡалыр бер йәдкәре...” тигән һүҙҙәрен уҡығас барлыҡҡа килгән ҡарар ул. Ғаилә ҡороп, уллы булғас, изге ниәтем тормошҡа ашты. Бындай исемде тәүгә ишеткән ҡатыным Гөлшат минең теләкте башта аптырабыраҡ ҡабул итте. Әммә улыбыҙҙың исеме шул тиклем килешле тип һанайым. Өмөтбаев әйтмешләй, Йәдкәр – ул минең киләсәгем, нәҫелемдең дауамы, вариҫым.
Ҡыҙыбыҙға ла исемде үҙем һайланым. Сулпан – ҡояшты саҡырыусы таң йондоҙо. Дуҫтар, туғандар араһынан “Сулпан – ҡайһы бер төбәктәрҙә ир-егет исеме, Таңсулпан тип ҡуш” тигән кәңәш биреүселәр булды. Әммә миңә ҡыҫҡа варианты нығыраҡ оҡшай ине. Ҡыҙыбыҙҙы тормошобоҙға йондоҙ ише нур өҫтәүсе, ғаиләбеҙҙе йылылыҡҡа, наҙға күмеүсе оло бүләк тип ҡабул иттем. Ғөмүмән, балаларға мәғәнәле, күркәм исемдәр ҡушыу яҡлымын.

Алһыу БӘХТИЕВА, йырсы:
– Азамат улыбыҙ тыуғас, исеме мотлаҡ ир-егеттәрсә ғорур яңғыраһын, тигән теләктән сығып эш иттек. “Ҡыҙ баланың исемендә – йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыс сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш”, – тигәндәр бит.
Ҡыҙҙарыма исем һайлауҙың үҙенә күрә бәләкәй генә тарихы бар. Бер мәл Баймаҡта үткән аят ашында Мерәҫ ауылынан Асрар исемле ҡарт Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Аяттан һуң миңә: “Әйҙә, ҡыҙым, һиңә китап асам”, – тине. Шул бабай, 40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тип юраны. Был хәбәргә, әлбиттә, аптыраным, бик үк ышанып та етмәнем.
Икенсегә әсәлек бәхетен та­тығас, “ҡылт” итеп шул һөйләшеү иҫемә төштө һәм ҡыҙыма Мө­хәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатиманың исемен һайланым.
Өсөнсө балам – Зәйнәбем ваҡытынан алдараҡ тыуып, мине арыу уҡ хәүефкә һалды, дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде. Исем һайлағанда, бәпесем һауығып ҡына китһен инде тигән изге теләктә “сәләмәтләндереүсе” тигән мәғәнәгә эйә Зәйнәб исеменә туҡталдым.
Шөкөр, ҡыҙҙарым тормошомдоң биҙәге булып үҫеп килә, уларға ҡарап ҡыуанып бөтә алмайым. Исемдәрҙең кеше яҙмышына тәьҫиренә ышанам, шуға күрә был мәсьәләлә уйлап эш итергә кәрәк тип һанайым.

Земфира ҒИРФАНОВА, журналист:
– Мин мәктәп йылдарынан әҙәби әҫәрҙәр, айырыуса тарихи романдар уҡырға яраттым. Шул саҡта уҡ боронғо исемдәр хаҡында уйлана, халҡыбыҙҙа мәғәнәле, матур яңғырашлы исемдәрҙең күп булыуына һоҡлана торғайным. Тәүге балам Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә ҡарай донъяға килде. Һис бер икеләнеүһеҙ улыбыҙға Салауат тигән исем һайланыҡ. Исеме есеменә тап килгәндер: улым – ҡыйыу, рухлы, аҡыллы. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булды, әле лә сәләмәт тормош алып бара. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник универси­тетының баскетбол командаһында уйнай. Уҡыуҙа ла, спортта ла уңыштары менән һөйөндөрә.
Ҡыҙыма исемде кейәүгә сыҡмаҫ элек үк һайлағайным. Беҙ уҡыған Башҡорт дәүләт университетында “Йәнгүзәл” исемле фольклор ансамбле ойошторолғайны. Атамаһын ишетеп, ҡайһылай матур, ҡыҙым тыуһа, мотлаҡ Йәнгүзәл буласаҡ, тип уйлап ҡуйғайным. Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты, шундай матур ҡыҙға әсәй булыу бәхетенә ирештем. Йәнгүзәлем дә һәр яҡтан ҡыуандыра, мәктәптә яҡшы уҡый, бар йәһәттән әүҙем. Бейеү сәнғәтен үҙ иткән ҡыҙым Париж, Төркиә сәхнәләрендә бейеп ҡайтты.
Кинйәбеҙҙең исеме лә бик сағыу – Йәнбулат. Ул һүрәт төшөрөргә ярата. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Үҙенсә ҙур тырышлыҡ һалып, беренсе класты тамамланы. Балаларымдың киләсәге матур булһын, яҡты хыялдары тормошҡа ашһын, тигән изге теләктәмен.


Вернуться назад