“Минең бейемемдәй бейем юҡтыр ул!”21.08.2018
“Минең бейемемдәй бейем юҡтыр ул!”Баймаҡ районының йәмле Шүрәле йылғаһы буйында урынлашҡан Фәйзулла ауылы ҡыҙы Таңсулпан Зөбәйер ҡыҙы Рафиҡова хаҡында һүҙем. Ул – минең бейемем, әлеге мәлдә Йәнйегет ауылында ғүмер итеүсе абруйлы ағинәй.


Эйе, ҡәйнәмде ысын мәғәнәһендә ағинәй тип атап була, сөнки ғүмер буйы йыйған бай тормош тәжри­бәһен, йор аҡылын һәр кемгә йәл­ләмәй тигеҙ өләшә, уның иғтибары күршеләренә лә, туғандарына ла, ауылдаштарына ла етә. Файҙалы кәңәштәренә лә мохтаждар етерлек тирә-яҡта.
Тилбер, саф, һәр эште еренә еткереп башҡарған ҡатын донъяһын саң төшөрмәй тота. Күрше-тирәһе менән дуҫ-татыу йәшәйҙәр, бер-береһенә өмәгә йөрөп, иң мәшә­ҡәтле эштәрҙе лә йәһәт кенә ат­ҡарып ҡуйыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел.
Бейемем ғүмер буйы китаптар менән дуҫ булды, ауыл китап­ханаһына иң әүҙем йөрөүсе лә, уның тормошонда ихлас ҡатнашыусы ла ул. Район кимәлендә үткәрелгән шиғыр конкурстарынан урын алмай ҡайтҡаны юҡ. Уның дәрт-дарманына, егәрлелегенә һоҡланабыҙ. Беҙҙе үҙенең тыуған ауылына алып барып, урман-ҡырҙар менән таныштырып, самауыр сәйе эсерһенме, Сибай ҡалаһындағы концерт-спектаклдәргә йөрөһөнмө, йәш ғаиләләргә кәңәш­тәре менән ярҙам итһенме – барыһына ла ваҡыт таба. Ә быйыл йәй һуң! Бейем менән рәхәтләнеп еләккә йөрөнөк. Ауылда иң тәүгеләр­ҙән булып милли кейем тектереп алыуы, селтәр, ҡашмау эшләп кейеүе менән дә күптәргә өлгө.
Бейемемдең иң ҙур байлығы – балалары. Өс ул, бер ҡыҙ табып, уларға матур тәрбиә биргән. Бөгөн һәр береһе етеш донъя ҡороп, аҡыллы балалар үҫтереп йәшәй, барыһының да ҡыуандырырлыҡ эше бар. Инде ейәндәре үҫеп етте. Өс ейәне уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, эшләп йөрөй. Бейемем уларға “эшегеҙгә яуаплы ҡарағыҙ, шул саҡта кеше араһында йөҙөгөҙ яҡты, һүҙегеҙ үтемле булыр” тип изге теләктәрен еткереп, фатихаһын биреп тора. Ҡалған ейән-ейәнсәрҙәре матур итеп уҡып йөрөй, барыһы ла һөнәрле, йыр-бейеүгә маһир.
Кеше йәнле бейемемде ауылдаштары ҡунаҡҡа саҡырып ҡына то­ра. Ҡоҙағыйҙары менән дә бик һәй­бәт аралаша. Әсәйем миңә һәр саҡ: “Һинең бейемеңдәй бейем башҡа юҡ, ҡәҙер ит”, – тип кенә то­ра. Беҙгә – өс килененә лә ышаныс­лы серҙәш, ныҡлы терәк һәм таяныс. Һәр беребеҙгә тигеҙ ҡараған бейем­дән күп нәмәгә, сабырлыҡҡа өйрәнәбеҙ.
Ғүмере ауыр һауынсы хеҙмә­тендә үткән, бай тормош тәжрибәһе туплаған бейемем – ауыл мәктәбен­дә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Үҙ фекерен кешеләргә оҫта итеп еткерә белгән сәсән телле ҡатын ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Артабан да әлегеләй матур, йәш сырайлы ағинәй булып, тик яҡшыны, матурлыҡты күреп, ҡыуанып йәшә лә йәшә әле, бейем!

Баймаҡ районы.


Вернуться назад