Ошо көндәрҙә Бөрйән районында 24-се иман йорто асылды: Ҡурғашлыла “Нур” мәсете ҡалҡып сыҡты.– Барлыҡ ауылдарыбыҙ ҙа ғибәҙәтханалы булып бара, – тине тантаналы сарала урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов. – Тиҙҙән Мәһәҙей, Яңы Монасип, Килдеғол, Нәби ауылдарында ла иман йорттары асылыуы көтөлә, уларҙа ҡайһы бер эштәрҙе генә теүәлләргә ҡалды.
Ҡурғашлы мәсетен төҙөүҙә төп ярҙамды Тимур Әлибаев күрһәткән. Ситтә ғүмер итһә лә, милләттәштәре өсөн янып-көйөп йәшәгән уҙаман тантаналы сарала ярҙамдары өсөн бөтөн ауыл халҡына, район етәкселәренә рәхмәт әйтте һәм изге эште тормошҡа ашырыуға күп көс һалған төҙөүселәрҙе бүләкләне.
Байрамда бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге булды, табын ойошторолдо. “Нур” ауыл халҡын иман нурына ҡойондорһон, иншаллаһ!